Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 19:55

Мәҙәни сараларҙан буш ҡалмағыҙ

Бөгөнгө киҫкен хәл-торошҡа бәйле, төбәктә мәҙәни саралар үткәрелмәй йә кисектерелеп торҙо. Әммә сәнғәт һәм мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәре изоляцияланыу режимында ла яңы проекттар өҫтөндә әүҙем эшләүен, онлайн форматта төрлө саралар уҙғарыуын дауам ҡыла.Әле иһә һәр ҡайһыбыҙ, өйҙән сыҡмай ғына, бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы проекттар менән танышыу, концерт-спектаклдәрҙе ҡарау мөмкинлегенә эйә.

Бөгөнгө киҫкен хәл-торошҡа бәйле, төбәктә мәҙәни саралар үткәрелмәй йә кисектерелеп торҙо. Әммә сәнғәт һәм мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәре изоляцияланыу режимында ла яңы проекттар өҫтөндә әүҙем эшләүен, онлайн форматта төрлө саралар уҙғарыуын дауам ҡыла.
Әле иһә һәр ҡайһыбыҙ, өйҙән сыҡмай ғына, бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы проекттар менән танышыу, концерт-спектаклдәрҙе ҡарау мөмкинлегенә эйә.
20-26 апрель арауығында ла тамашасылар һәм тыңлаусылар иғтибарына республика театрҙарының архивынан иң яҡшы спектаклдәр, яңы премьералар, концерттар, онлайн-репетициялар, артистар менән онлайн-әңгәмәләр, ә иң бәләкәстәргә – йоҡлар алдынан мауыҡтырғыс әкиәттәр тәҡдим ителә. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған шиғри флешмоб, вокал, хореография, актер оҫталығы, сәхнә хәрәкәте, сәхнә теле буйынса видеодәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар һәм саралар ҡаралған.
Театр һәм концерт ойошмалары тәҡдим иткән сараларҙың тулы программаһы менән docviewer.yandex.ru сайтында танышырға мөмкин.
Күңел йыуатыр йыр-моңдарҙан, ҡыҙыҡлы онлайн-осрашыуҙарҙан буш ҡалмағыҙ берүк!
Фото: vk.com селтәренән.
Читайте нас: