-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 21:20

Республика клиник дауаханаһының баш табибы үҙизоляцияға ебәрелде

20 апрелдә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамлана. 21 апрелдән медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең ике аҙналыҡ үҙизоляция осоро башлана. Шул иҫәптән Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова ла 5 майға тиклем үҙизоляцияға ебәрелде.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, дауахананың баш табибы вазифаһын Евгений Кустов башҡара.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Евгений Кустов 11 апрелдә үк Эльза Сыртлановаға ярҙам итеү өсөн Белорет дауаханаһынан урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы итеп күсерелгәйне.
«20 апрелдә эштәр һәм пациенттар яңы медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһына тапшырыла, 21 һәм 22 апрелдә аҙаҡҡы дезинфекция үткәрелә, 23 апрелдән 5 майға тиклем учреждение ашығыс күрһәтмәләр буйынса медицина ярҙамына мохтаж Өфө ҡалаһының һәм Үҙәк медицина округының COVID-19 менән бәйләнешкә ингәндәр өсөн генә эшләй», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
6 майҙан 31 майға хәтлем Республика клиник дауаханаһы бәйләнешкә ингән пациенттар, шулай уҡ коронавируслы пациенттар өсөн эшләй башлай. Әлеге ваҡытта пульмонология бүлексәһендә ятҡандар ҙа дауаланыуын дауам итә. Хәлдәре бер аҙ яҡшырыу менән улар йәшәгән урындары буйынса табип күҙәтеүенә күсерелә.
Башинформ.