Билдәле булыуынса, аҙыҡ-түлек йыйылмаһында ярмалар (ҡарабойҙай, дөгө, борсаҡ), сәй, консервалар, Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө, макарон, май, һөт, печенье, шәкәр, Бүздәк ашы һәм кеҫәл бар. Йыйылманың 80 проценты — урында етештерелгән продукция.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 23 апреленән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, шул иҫәптән йән башына уртаса килеме бала өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән (9200 һум) аҙыраҡ булған аҙ тәьмин ителгән, ишле ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары тарата башлайҙар.