-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 21:20

Республикала COVID-19 йоҡтороуҙың 52 яңы осрағы теркәлгән

Башҡортостанда бер тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 52 яңы осрағы теркәлгән.

Башҡортостанда бер тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 52 яңы осрағы теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөнгө кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
Республикала бөтәһе 347 сир осрағы раҫланған, 247 кеше дауаханаға һалынған, 74 кеше амбулатор дауаланыуҙа, 20-һе сығарылған, тәүлегенә – 6 кеше.
Анализдарҙы туғыҙ лаборатория ҡабул итә, уларҙың өсәүһе – шәхси, икәүһе – Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә.
20 апрелгә 31 мең граждан тикшерелгән, 34 мең тест үткәрелгән. Бер тәүлектә 1972 анализ башҡарылған, 9091 кеше үҙизоляцияла.
20 апрель иртәһенә Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ҡайтҡан 914 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре менән дауаханаға оҙатылған.
Өфө һәм Өфө районы обсерваторҙарында – 67 кеше, уларҙың 18-е – бәлиғ булмаған, бишәүһе обсервация үткән, белешмә бирелгән.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 4268 инфекция йоҡтороу осрағы теркәлгән.
Уларҙың ике мең самаһында ауырыу билдәләре булмаған. Шулай итеп, сирлеләрҙең дөйөм һаны 47 121 кеше тәшкил итә.
Фото: nikvesti.com