Әйткәндәй, һәр ҡатнашыусы диктантты үҙаллы яҙа ала. Сара тамамланыу менән уны фотоға төшөрөп, йәки скан эшләп, bashkdictant.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға һалырға була. Ундай мөмкинлек юҡ икән, электрон почтаға ебәрергә кәрәк:
[email protected]. Йәки Whatsapp мессенджерының телефоны: +7 (927) 950 - 02 – 66. Эштәр 2020 йылдың 26 апреленә 23.59 сәғәткә тиклем килеп етергә тейеш. Рәсми һөҙөмтәләр шул уҡ сайтта 30 апрелгә тиклем торасаҡ.