22 апрелдә иртән рәсәйҙәр менән ике рейс Ҡазан аэропортына төштө. Береһе – Һиндостандың Гоа штатынан, икенсеһе – Төркиәнең Анталья ҡалаһынан.
Беренсе самолетта Башҡортостандан – 21, икенсеһендә 29 пассажир ине. Өфөләрҙе һәм республикала йәшәүселәрҙе Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов үҙе ҡаршы алды.
«Туристарыбыҙҙы тыуған иленә алып ҡайтыу өсөн ике «Башавтотранс» автобусы йәлеп ителде, — тине дәүләт комитеты етәксеһе. – Бөтәһен дә обсерваторға – «Йәйғор» шифаханаһына алып барабыҙ».
Ҡайтҡан пассажирҙар араһында «Спутник ФМ» радиостанцияһының популяр алып барыусыһы, шоумен Борис Быстров та бар.
«Беҙҙе Салауат Таһир улы үҙе ҡаршы алды. Бөтәһенә лә ҡоро паек килтергән, шуға бер кем дә ас ҡалманы, — тине «Башинформ» агентлығына бер ай урынына ике ай Һиндостанда булған Гоа-Ҡазан рейсы пассажиры. – Башҡортостан туристары үҙҙәрен һәйбәт хис итә, береһенең дә температураһы һәм коронавирустың башҡа билдәләре юҡ».
Бынан алда Таиландтан ҡайтҡан туристарҙы Өфө обсерваторына урынлаштырыуҙары тураһында хәбәр ителгәйне.