Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ойошторолған “Башҡортостан продукттары. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән” хәйриә проекты старт алды.
Аҙыҡ-түлек тупланмалары йән башына уртаса килеме балаларға тәғәйен йәшәү минимумынан түбән булған аҙ тәьмин ителгән, шулай уҡ айлыҡ балалар пособиеһы алған күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнә.
Проект төбәктең эре етештереүсе предприятиелары тарафынан да хуплау тапты. Төп бағыусылар – “Интер РАО ЕЭС”, Башҡортостан сода һәм Урал тау-металлургия компаниялары. Улар тарафынан бүленгән аҡсаға 100 мең ҡап аҙыҡ-түлек тупланмаһы әҙерләнгән.
Тупланманың составына урындағы етештереүселәр тәҡдим иткән көндәлек ихтыяжға эйә, сифатлы продукттар ингән. Мәҫәлән, Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө, “Башбакалея” ярмалары, Шишмә көнбағыш майы, Өфө ит-консерва комбинатында етештерелгән быҡтырылған ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек ярҙамға мохтаждар күңеленә хуш киләсәк.
Ярҙамды тәү сиратта 79 мең аҙ тәьмин ителгән ғаилә аласаҡ. Ҡалған аҙыҡ-түлек тупланмалары ауыр хәлдә йәшәгән граждандарға тәғәйенләнгән. Ғаризалар төбәк колл-үҙәгенә (8-800-201-89-03), республиканың ҡала һәм райондарындағы “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәнлек штабтарының "ҡыҙыу бәйләнеш"тәренә ҡабул ителә. Һәр мәғлүмәт социаль хеҙмәттәр, йорт комитеттары һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре тарафынан етди тикшерелә.
Ярҙамдың тәүге партияһы – 5000 ҡабы Өфө ғаиләләренә тапшырыласаҡ. Артабан, графикка ярашлы, аҙыҡ-түлек тупланмалары республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларына ебәреләсәк.