Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 17:10

Башҡортостанда COVID-19 йоҡторғандар һаны — 422

Рәсәйҙә яңы коронавирус таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб сир йоҡтороу тураһында яңы мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы. Башҡортостанда раҫланған диагноздар һаны 422-гә еткән. Тәүлек эсендә 26 пациентҡа артҡан. Стопкоронавиру.рф сайты мәғлүмәттәре буйынса, һауыҡҡандар һәм үлгәндәр һаны үҙгәрмәгән: 38 һәм 14.

Һуңғы тәүлектә илдең 81 төбәгендә яңы коронавирус инфекцияһының 4 774 осрағы раҫланған, шул иҫәптән бәйләнештә булған кешеләрҙә бер ниндәй билдәләрһеҙ 2 282 осраҡ асыҡланған. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙең 85 төбәгендә COVID-19 йоҡтороуҙың 62 773 осрағы теркәлгән, ошо осорҙа 4 891 кеше һауығып сыҡҡан.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас: