Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 20:35

Талантыңды күрһәт!

Әсәй булыу тигән үҙенсәлекле талант бар. Әүәләү, тәрбиәләү, ниндәйҙер шәп ҡылыҡтарға дәртләндереү – сәнғәт әҫәрен тыуҙырыуға ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ. Һәр әсәйҙең нимәгәлер һәләте бар. Сабый көткән йәки тәрбиәләгән мәлдә үҙҙәрендә рәссамлыҡ һәләтен асҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы “Әсәлек таланттарҙы аса” тигән ижади вернисажда ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм “Бәхет территорияһы” хәйриә фонды “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы менән берлектә ойошторған был ижади сарала республикабыҙҙа йәшәүсе барлыҡ һәүәҫкәр рәссамдар ҡатнаша ала. Ижади вернисаждың инициаторы – Каринэ Хәбирова.
Әсәй булыу бәхетен татыу арҡылы тыуған эштәр (һүрәттәр) майлы, акрил, акварель, гуашь, пастель буяуҙар ярҙамында киндерҙә йәки ватманда төшөрөлгән булырға тейеш. Картина стандарт форматта (тура дүртмөйөш, квадрат) һәм ҡыҫан (рамка) эсендә булһа бигерәк яҡшы. Ижади эштең тематикаһы һәм һүрәт төшөрөү техникаһы – ирекле. Ҡатнашыусының исем-шәрифе, рәсемдең атамаһы ла күрһәтелеүе зарур.
Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостандың семьярб.рф Ғаилә порталында. Ғаризаларҙы апрель аҙағынаса [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Заявка өсөн анкета тултырырға һәм эштәрегеҙҙең фотоһын (3 фотоға тиклем, һәр ҡайһыһының атамаһын күрһәтергә онотмағыҙ!) һалырға кәрәк. Үҙизоляция мәлендә төшөрөлгән эштәр күргәҙмәлә айырым урынлаштырыласаҡ.
Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 286-02-37 (“Ғаилә” Республика ресурс үҙәге) телефон һандарына шылтыратып белергә мөмкин. “Ғаилә” Республика ресурс үҙәгенең пресс-секретары – Александра Кабанова - 8-917-49-11-209, [email protected]
Фото: ru.depositphotos.com
Читайте нас: