Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 23:55

Дауаханаға - һанлы ортопантомограф

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына һанлы ортопантомограф ҡайтарылды. Был аппарат теш-яңаҡ системаһына рентген диагностикаһы үткәреү өсөн ҡулланыласаҡ.

Республика дауаханаларын юғары технологиялы медицина ҡоролмалары менән тәьмин итеү Республика Башлығының “Башҡортостан Республикаһының 2024 йылға тиклем стратегик йүнәлештәге социаль-иҡтисади үҫеше” ҡарарына ярашлы, медицина ойошмаларының һәм стоматология кабинеттарының матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.
Заманса яңы аппарат пациенттарҙың тештәренең сәләмәтлеген тулыһынса һаҡлау, уларға дөрөҫ диагностика үткәреү өсөн уңайлы һәм бик тә кәрәкле. Ул тештәрҙе дауалағанда, брекеттар, импланттар ҡуйғанда ауыҙ ҡыуышлығын бар тулылығында төшөрөү мөмкинлегенә эйә булыуы менән әһәмиәтле.
Фото: муниципаль район хакимиәте сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: