Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 13:45

Күптән көтөлгән төҙәтмәләр

Тарихи дөрөҫлөктө яҡлау тураһындағы фекер ҙә үтә мөһим, сөнки тарихһыҙ халыҡтың киләсәге юҡ.

Сергей Горбачев, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм сәйәсәт кафедраһы доценты, сәйәсәт фәндәре кандидаты:
– Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү бик ваҡытында эшләнә тип улайым, хатта быны иртәрәк тә тормошҡа ашырырға мөмкин булғандыр. Төҙәтмәләргә ҡарашым ыңғай. Рәсәй Конституцияһының беҙҙең ил төҙөгән халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡарата өҫтөнлөк менән файҙаланырға тейешлеген тәҡдим итеү, мәҫәлән – бик кәрәкле төҙәтмә. Был күп адынғы илдәрҙә шулай. Ғөмүмән, Рәсәйҙең Төп законы сит илдәр менән эш иткәндә файҙаланырға тура килгән һәм сит илдәрҙән күсереп алынған барлыҡ ҡануниәт алдында өҫтөнлөк менән файҙалана алһын. Юғиһә ҡайһы бер сәйәсмәндәр беҙҙең өсөн ят һәм ҡабул ителмәҫлек ҡанундарҙы Рәсәйҙә законлаштырырға маташа. Мәҫәлән, ювеналь юстиция, бер енесле никахтар. Эске ҡиммәттәр буйынса төҙәтмәләрҙе лә ихлас хуплайым. Улар ғаилә, никах, дин һәм башҡа быуаттар буйына тупланған рухи байлыҡтарыбыҙға ҡағылышлы. Тарихи дөрөҫлөктө яҡлау тураһындағы фекер ҙә үтә мөһим, сөнки тарихһыҙ халыҡтың киләсәге юҡ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты. Фото: news.myseldon.com
Читайте нас: