Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 01:05

“Коронавирустан һуң донъя: Евразияның йөрәгенән ҡараш” онлайн-форумы

28 апрелдә “Ҡара аҡҡош” авторы Нассим Талеб, физик Митио Каку, продюсер Люк Бессон, Фредрик Райнфельдт (Швецияның элекке премьер-министры), “FuturMap”ҡа нигеҙ һалыусы Параг Ханна һәм донъяның тағы 25 иленән абруйлы спикерҙар беренсе халыҡ-ара “Коронавирустан һуң донъя: Евразияның йөрәгенән ҡараш” тигән онлайн-форумында ҡатнашасаҡ.

28 апрелдә “Ҡара аҡҡош” авторы Нассим Талеб, физик Митио Каку, продюсер Люк Бессон, Фредрик Райнфельдт (Швецияның элекке премьер-министры), “FuturMap”ҡа нигеҙ һалыусы Параг Ханна һәм донъяның тағы 25 иленән абруйлы спикерҙар беренсе халыҡ-ара “Коронавирустан һуң донъя: Евразияның йөрәгенән ҡараш” тигән онлайн-форумында ҡатнашасаҡ.
Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған: “Ниңә әлеге ваҡытта ошондай сара үткәрәбеҙме? Эпидемияны тиҙҙән буйһондорорбоҙ, сөнки нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ, республика халҡы ла үҙен дөрөҫ тота. Тик беҙ барыһы ла тамамланғас, артабан нимә эшләргә икәнлеген аныҡ аңларға тейешбеҙ. Һәр көрсөк яңы мөмкинлектәр бирә. Форумда ҡатнашыусыларҙың ярҙамы менән тиҙерәк республиканы тергеҙеү, халыҡҡа уңайлы тормош шарттары булдырыу һәм иртәгәге көнгә ышаныс тыуҙыра аласағыбыҙға шикләнмәйбеҙ. Форум барышында вирус менән көрәш барышында файҙаланырға тура кигән күп инновациялар хаҡында белерһегеҙ. Билдәле шәхестәр менән мөмкин тиклем тиҙерәк тормошҡа ашырыласаҡ һанлы технологиялар тураһында кәңәшләшәсәкбеҙ.
Программала 10 секция һәм ике пленар ултырыш ҡаралған. Рәсәй спикерҙары араһында “Юғары иҡтисад мәктәбе” ғилми-тикшеренеү университеты ректоры Ярослав Кузьминов, Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева, Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Евгений Примаков, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Иҡтисади совет ағзаһы Андрей Репик, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Борис Титов һәм башҡалар буласаҡ. Сараның модераторы – Рәсәй телевидениеһы академияһының вице-президенты Александр Любимов”.
Фото: Республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: