Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 10:15

Кроссовкиҙарҙы - галушҡа

Белорет эске эштәр бүлегенә Абҙаҡ ауылы эшҡыуары магазинына бурҙар төшөүе тураһында ғариза яҙа.

Белорет эске эштәр бүлегенә Абҙаҡ ауылы эшҡыуары магазинына бурҙар төшөүе тураһында ғариза яҙа.Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, бур магазиндың тәҙрәһен кирбес менән ярып, бинаға инә. Сауҙа нөктәһенең көнлөк килемен, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарҙы урлай. Ваҡиға урынында ғәйепләнеүсенең аяҡ кейеме лә табыла. Баҡтиһәң, бур урланған әйберҙәрҙе алып сығып барғанда аяҡ кейеменең һыуланғаны иҫенә төшә, кроссовкиҙарын сисә лә кәштәнән резина галуш алып кейеп, ғәйеп була.Әммә бур тиҙ тотола, ғәйебен дә таный. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре урланған әйберҙәрҙе тартып алған. Шул иҫәптән галушты ла.
Фәнис ӘХМӘТОВ,Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: