Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 15:30

Һөт кухнялары еләкле йогурт етештерә башлай

Быйыл Башҡортостандың һөт кухнялары еләкле йогурт етештерә башлай. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Быйыл Башҡортостандың һөт кухнялары еләкле йогурт етештерә башлай. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Иҡтисадта ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, был проектты финанслауҙы дауам итәбеҙ, сөнки балаларҙың һаулығы – барыһынан да өҫтөнөрәк. Теүәл бер йыл элек беҙ һөт кухняларын тергеҙә башланыҡ. Бөгөн Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Белоретта, Өфөлә, Сибайҙа сифатлы һөт ризыҡтары етештерелә. 2020 йылдың икенсе яртыһында Ҡыйғы районында производство асыу күҙаллана. Киләһе йылда – Иглиндә, һуңынан 2024 йылға тиклем – Бөрөлә, Дәүләкәндә, Күмертауҙа. Шул рәүешле беҙ һөт кухнялары селтәрен булдырыуҙы тамамларбыҙ, ләкин әле үк 97 таратыу пунктында, шул иҫәптән дарыуханаларҙа һәм төрлө магазиндарҙа урындағы һөттән етештерелгән кефир, эремсек һәм йогурт бар», — тип яҙҙы республика башлығы.
Хәҙер 6 айҙан 3 йәшкә тиклемге 22,5 мең самаһы бала бушлай һөт кухнялары продукцияһын ала. Сауҙа нөктәләрендә ул минималь өҫтәмә хаҡ менән һатыла.
Башинформ.
Читайте нас: