Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 15:10

Башҡортостан «Коронавирустан һуң донъя» беренсе халыҡ-ара онлайн-форумын үткәрергә әҙер

ТАСС агентлығында «Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш» беренсе халыҡ-ара онлайн-форумына арналған онлайн-конференция уҙҙы.

ТАСС агентлығында «Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш» беренсе халыҡ-ара онлайн-форумына арналған онлайн-конференция уҙҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, форумды ойоштороусылар – Башҡортостан хөкүмәте, Юғары иҡтисад мәктәбе һәм Стратегик башланғыстар агентлығы. Форум 28 апрелдә була, унда ҡатнашыусылар коронавирустың эҙемтәләре, иҡтисадты тергеҙеү һәм үҫтереү, шулай уҡ уны цифрлаштырыу тураһында фекер алыша.
«Кризис барлыҡ тармаҡтарҙағы һөҙөмтәһеҙ стереотиптарҙы емереүсе ҡорал булып хеҙмәт итеүе мөмкин. Әгәр кризистан дөрөҫ сыҡҡанда, пандемия тамамланғас дөрөҫ эшләгәндә, беҙҙең тағы ла көслөрәк, уңышлыраҡ, һөҙөмтәлерәк булыу мөмкинлеге бар», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һүҙҙәренсә, форум барышында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, резолюция ҡабул итеү, шулай уҡ материалдар йыйынтығын сығарыу күҙаллана. Донъяның 25 иленән 100-ҙән ашыу спикер үҙҙәренең ҡатнашыуын раҫлаған. Ойоштороусылар ун тематик секция һәм ике – халыҡ-ара һәм Рәсәй панель сессияһын планлаштырған.
«Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш» беренсе халыҡ-ара онлайн-форумы bashkiria-live.com платформаһында уҙғарыла.
Форумға 25 апрелдән теркәлергә мөмкин.
Башинформ.
Читайте нас: