Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 01:40

“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы старт ала

Иртәгә, 25 апрелдә Волга буйы федераль округында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған күләмле акция старт ала.

Иртәгә, 25 апрелдә Волга буйы федераль округында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған күләмле акция старт ала.
“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Йыр марафоны төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына туплаясаҡ. Ҡатнашыусы төбәктәр барыбыҙға ла билдәле “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшырасаҡ.
Акция өсөн был йыр юҡҡа ғына һайланмаған, уның авторҙары – композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов халыҡ ҡаһарманлығын, яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһын, тыныслыҡ хаҡына ғүмерен йәлләмәгән миллионлаған ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен бар тулылығында еткерә алған. Бөйөк байрамдың гимнына әйләнгән йыр тәүге тапҡыр 45 йыл элек башҡарыла.
Волга буйы федераль округының йыр марафонына старт февраль башында Мордва Республикаһында бирелгәйне. Билдәле “Еңеү көнө” йырын Саранск ҡалаһы һәм муниципаль райондарҙың иң яҡшы ижади коллективтары, республиканың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр, патриотик берләшмә ағзалары башҡарғайны. 25 апрелдә улар эстафетаны күршеләренә – Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренә тапшырасаҡ.
Төбәктәрҙәге ижади коллективтарҙың сығышы 2020 йылдың февралендә, март башында – Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырылғайны.
Башҡортостанға эстафетаны Удмурт Республикаһы тапшырасаҡ. “Еңеү көнө” йыры тәүге тапҡыр башҡорт телендә яңғыраясаҡ. Тәржемә авторы – яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова.
“Был йырҙы мин тәүге ишетеүҙән үк яраттым, - ти ул. – Һүҙҙәре һәм көйө күңелемә үтеп инделәр. Башҡорт теленә тәржемә итеүемде һорағастар, юғалып ҡалдым. Йөрәккә үтеп инерлек, хисле һүҙҙәрҙә шатлыҡ та, ҡайғы ла бар. Был кәйефте туған телдә тыңлаусыларға тулыһынса еткерергә, йырҙың тактына ла тап килергә тейеш ине. Музыкаль һөнәрем ярҙам итте. Тәржемә иткәндә йырҙы йырланым. Хеҙмәтем оҡшауына шатмын. Хәҙер төрлө быуын вәкилдәренең уны рус телендә генә түгел, башҡортса ла йырларына ышанам”.
Легендар йырҙы халыҡ хоры ҡатнашыусылары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Милли симфоник оркестр директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы Рушана Бабич, Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм танылған музыкант Заһир Зәйнетдин башҡарасаҡ.
Республика һәм өлкәләрҙең ижади коллективтарының сығыштары 25 апрелдән 8 майға тиклем урындағы телеканалдар аша күрһәтеләсәк. Ә 9 майҙа – Еңеү көнөндә был йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ. Йырҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында, YouTube каналында ҡарарға, радиостанциялар аша радиоверсияларын тыңларға мөмкин.
“Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны барыбыҙҙы ла – Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе берләштерәсәк.
Читайте нас: