Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 14:05

Мордва Республикаһында “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды

Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендә лә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды.

Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендә лә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды.
“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Йыр марафоны төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына туплаясаҡ. Ҡатнашыусы төбәктәр барыбыҙға ла билдәле “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшырасаҡ.
Төбәктәрҙәге ижади коллективтарҙың сығышы Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырылғайны.
Акция өсөн был йыр юҡҡа ғына һайланмаған, уның авторҙары – композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов халыҡ ҡаһарманлығын, яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһын, тыныслыҡ хаҡына ғүмерен йәлләмәгән миллионлаған ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен бар тулылығында еткерә алған. Бөйөк байрамдың гимнына әйләнгән йыр тәүге тапҡыр 45 йыл элек башҡарыла.
Халыҡ йыры марафоны Мордва Республикаһында ла үтте. Билдәле “Еңеү көнө” йырын Саранск ҡалаһы һәм муниципаль райондарҙың иң яҡшы ижади коллективтары, республиканың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр, патриотик берләшмә ағзалары республиканың дәүләт телдәре – рус, мокшан, эрзян телдәрендә башҡарҙы. Бөгөн улар эстафетаны күршеләренә – Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренә тапшырҙы.
“Яратҡан йырыбыҙҙы өс телдә башҡарып халыҡ патриотик акцияһын башлайбыҙ. Мордовия 246 мең ул һәм ҡыҙын фронтҡа оҙатҡан. Һәр икенсе тыуған еренә әйләнеп ҡайтмаған. Һуғыш йылдарында һәр беребеҙ: “Барыһы ла фронт өсөн! Барыһы ла Еңеү өсөн!” девизы аҫтында хеҙмәт иттек.
Эстафетаны тапшырып, Волга буйы федераль округындағы күршеләребеҙгә Бөйөк Еңеү көнө алдынан беҙҙе күтәреп алыуығыҙҙы һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Еңеү йырҙарын йырлағыҙ, уның тураһында һөйләгеҙ. Милли республикаларға легендар йырҙың бер өлөшөн беҙҙең кеүек туған телендә башҡарыуҙарын теләйбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү – беҙҙең Еңеү”.
Йырҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында, YouTube каналында ҡарарға, радиостанциялар аша радиоверсияларын тыңларға мөмкин.
Читайте нас: