Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 00:30

Ремонт планлаштырғандар

Социаль селтәрҙәрҙә ҡала йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында коронавирус инфекцияһына шикле сирлеләр өсөн тәғәйен палатаның торошо төшөрөлгән видео барлыҡҡа килде. Роликта буяуҙары һыҙырылған стеналар, иҫке сантехника һәм матрастар, яҡтыртҡыс лампаларҙың булмауы күрһәтелә.

Видео социаль селтәрҙәрҙә ҙур резонанс уятты һәм уға ҡарата республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аңлатма бирҙе. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, был дауаханала ағымдағы йылда ремонт планлаштырылған.
“Инфекция бүлеге бинаһы 1960 йылда төҙөлгән һәм кисекмәҫтән ремонт талап итә. Подрядсылар менән килешеү төҙөлгән, тик коронавирус инфекцияһы менән сирлеләрҙе дауалау өсөн бүлексәнең ябылыуы сәбәпле, эштәр кисектерелде. 2020 йылға бинаның ҡыйығын, инженер селтәрҙәрҙе һәм коммуникацияларҙы капиталь ремонтлау планлаштырылған”, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Фото: ufa.aif.ru
Читайте нас: