Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта Башҡортостан Башлығының дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Хәйҙәров ҡатнашты.
Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле иғлан ителгән юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указына үҙгәрештәр индерелеү хаҡында белдерҙе.
Төп яңылыҡ: граждандарға дачаларға, баҡсаларға барырға рөхсәт ителде, шул иҫәптән 65 йәште үткән өлкәндәргә лә. Бының өсөн “Дорога 02” порталында теркәлеү талап ителмәй, әммә һәр кеше үҙе менән шәхесен билдәләгән, ер участкаһына, баҡсаһына йә дачаға хоҡуҡ биргән документты йөрөтөргә тейеш. Унан тыш, изоляцияны үҙ иркең менән боҙоу хаҡында махсус ғариза яҙыу ҙа мотлаҡ.
Уның өлгөһө шул уҡ “Дорога 02” сайтында йә иһә Башҡортостандың хоҡуҡи порталында бар (Указға ҡушымта итеп бирелгән). Ғаризаны компьютерҙа баҫып йыйырға ла, ҡулдан яҙырға ла мөмкин. Унда объект адресы ла күрһәтелергә тейеш.
Баҡсаға йә дачаға шәхси транспортта ла, йәмәғәт транспортында ла юлланырға мөмкин. Мәғлүм булыуынса, махсус указға ярашлы, йәмәғәт транспорты әле 20.00 сәғәткә тиклем йөрөй, ошоно ла иҫәпкә алырға онотмағыҙ.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: twpenzavzglyad.ru