Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2020, 16:55

"Сумра" эшкә сума

Республикабыҙҙың сәнәғәт предприятиелары, илдәге эпидемиологик хәл сәбәпле, яңы эш йүнәлештәрен үҙләштереүгә күсте.

Республикабыҙҙың сәнәғәт предприятиелары, илдәге эпидемиологик хәл сәбәпле, яңы эш йүнәлештәрен үҙләштереүгә күсте.
Ун һигеҙ йыл дауамында “Сумра” брэнды аҫтында етештерелгән тауарҙар Иҙел башы халҡына ғына түгел, республикала йәшәүселәргә лә яҡшы таныш. Белорет үҙаллы ойошмаһы етештергән сифатлы, зауыҡлы продукция республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә оҙатыла. “Сумра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте теккән ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, юл сумкалары, рюкзактар ҡулланыусылар араһында ярайһы уҡ танылыу яулап өлгөргән. Бигерәк тә ата-әсәләр мәктәп ранецтарына өҫтөнлөк бирә. Тауарҙар ҡалабыҙҙың “Модерн”, “Робинзон” кеүек сауҙа нөктәләрендә лә һатыла.
Әммә мәкерле COVID-19 вирусы ғына йылына яҡынса 70-80 мең дана продукция етештергән йәмғиәттең эшен, һатыуҙы туҡтатыу хәүефе аҫтына ҡуя. Илдәге күп кенә предприятиелар кеүек үк, бында ла теген машиналары тынып ҡала, тегенселәргә лә эштән бушатылыу ҡурҡынысы янай. Әмәлгә йәмғиәт етәкселеге иҡтисади көрсөктән нисек тә булһа сығыу юлдарын яңы йүнәлеш буйынса таба. Әле йәмғиәттә битлектәр һәм һаҡланыу костюмдары, бахилдар тегелә. Етештереүселәр әйтеүенсә, дәүләт заказы, беренсенән, иҡтисади көрсөк мәлендә баһалап бөткөһөҙ ярҙам булһа, икенсенән, предприятиеойошмаларҙың “һалда” тороп ҡалыуының берҙән-бер юлы. Һәм тағы ла, бөтә ил вирусҡа ҡаршы көрәшкә күтәрелгәндә, ситтән генә күҙәтеп тороуҙы хуп күрмәне “сумра”лар. Әлеге көндә “Сумра” йәмғиәтендә дөйөм көс менән 74 мең гигиена битлеге әҙерләнгән. Сумка-рюкзактар теккән йәмғиәттә әле эш ҡайнай, 37 хеҙмәткәр битлек, һаҡланыу костюмдары тегеү менән мәшғүл. Смена иҫәбенә ҡарап, ойошмала тәүлегенә 4-6 мең битлек тегелә, был бер тегенсегә 400-600 битлек тура килә тигән һүҙ. Әлеге көндә 350 дана һаҡланыу костюмы тегелгән.
Йәмғиәт директоры Кира Гридневская-Кокина белдереүенсә, йәмғиәттең учредителе, Өфөнөң “Көмөш быуат” компанияһы сеймал һатып алып, ярҙам итеү тәҡдиме менән Белорет коллегаларына сыға.
- Битлектәрҙе һәм медицина костюмдарын ПВХ япмалы сумка туҡымаһынан (420D) тегәбеҙ, һуңынан уларҙы эшкәртеү мөмкинлеге лә бар. Тәүге тапҡыр битлектәрҙе тегеп бөткәс, хакимиәт уларҙы күберәк етештереп, һатыуға ла сығарырға кәңәш итте. Артабан хакимиәт, дауаханалар медицина костюмдары тегеүебеҙҙе лә һораны. 20 мең битлекте ҡала өсөн текһәк, ҡалғаны Өфөгә китте. Костюмдарҙы Белорет, Сибай дауаханалары өсөн етештерҙек. Әле Нефтекама заказдар бирҙе. Ҡала йылылыҡ селтәрҙәре, торлаҡ-коммуналь, торлаҡ хужалыҡтары, ҡала дауаханалары, хакимиәт, ирекмәндәр беҙ етештергән продукция менән киң файҙалана. Шул уҡ туҡыманан бахилдар ҙа тектек. Коллективымда үҙ эшен белгән оҫталар эшләй. Көн дә тиерлек иртәнге 7-нән киске сәғәт 8-гә тиклем, төп шөғөлдәрен ситкә ҡуйып, бөгөнгө көндә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң кәрәкле продукциялар - битлек, һаҡланыу костюмдары етештерә улар, - тине йәмғиәт хужабикәһе Кира Сергеевна.
Йәмғиәттә етештерелгән гигиена изделиеларының өҫтөнлөгө шунда - уларҙы күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Етештереүселәр белдереүенсә, битлектәрҙе йыуырға, дезинфекцияларға мөмкин, әммә уларҙы ла икеөс сәғәттән дә артыҡ ҡулланырға ярамай.
Коронавирус пандемияһы күп кенә предприятие-ойошмаларға яңы йүнәлеш алырға мәжбүр итте. Берәүҙәре етештереүсәнлеген туҡтатып торһа, икенселәре, иҡтисади ғына түгел, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге һынылышҡа баш бирмәй, алға барыу ысулын тапты. Ысул изге, әлбиттә. Бигерәк тә алғы һыҙыҡта тороусылар өсөн ҙур күләмдә һаҡланыу саралары талап ителгәндә. Күмәк көс менән, кәңәшләшеп эшләгәндә генә барыһы ла яҡшы буласаҡ. Сир сигенер. Предприятие-ойошмалар ҙа ҡәҙимге эштәренә тотоноп, ҡулланыусыларын ҡыуандырыр. Ваҡыт ҡына үтһен.
Читайте нас: