Хәүеф аҫтына Белореттан – 156, Бөрйәндән – 19, Илеш һәм Шишмә райондарынан 7-шәр ауыл инә, алтыһы Өфө районында.
Хөкүмәт күрһәтмәһенә ярашлы, быйыл яҙғы һәм йәйге янғын хәүефе миҙгеле 15 апрелдән 15 октябргә тиклем дауам итә.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы һәм Тәбиғәт менән файҙаланыуҙы күҙәтеү идаралығына муниципалитеттарға янғынға ҡаршы көрәштә ярҙам итеү йөкмәтелә.