Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 23:55

Форумдан ситтә ҡалмағыҙ!

Иртәгә, 28 апрелдә, Өфөлә “Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара онлайн-форумы башлана. Сараbashkiria-live.com платформаһы базаһында ойошторола.

Иртәгә, 28 апрелдә, Өфөлә “Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара онлайн-форумы башлана. Сараbashkiria-live.com платформаһы базаһында ойошторола.
Унда Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры, форумдың рәйестәше Светлана Чупшева, Башҡортостан Башлығы, форумдың рәйестәше Радий Хәбиров, 2006 - 2014 йылдарҙа Швеция премьер-министры булған Фредрик Рейнфельдт, француз режиссеры Люк Бессон, Америка физигы Митио Каку, “ҡара аҡҡош” теорияһы авторы Нассим Талеба, Бундестаг депутаты Штефан Койтер, “Эшлекле Рәсәй” ойошмаһы рәйесе Алексей Репик, “ВИД” телекомпанияһы генераль директоры һәм президенты Александр Любимов, билдәле алып барыусы Ксения Собчак, ВЦИОМ директоры Валерия Федорова һәм башҡа билдәле кешеләр буласаҡ. Дөйөм алғанда, Халыҡ-ара форумдың эшендә 25 илдән 100-ҙән ашыу спикер ҡатнашыуы көтөлә.
Бөгөнгө тормош ҡатмарлы. Кешеләр үҙ-үҙеңде изоляциялау режимына китте, сиктәр ябыҡ, илдәр һаман санкция һуғыштары алып бара. Шуға күрә форумды ойоштороусылар бөтәбеҙҙе лә берләшергә саҡыра. Сарала ун мең тирәһе кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Программала ун секция һәм ике пленар ултырыш ҡаралған. Теләгән һәр кеше өсөн унда ҡатнашыу бушлай, тик тәүҙә теркәлеү мөһим.
Форумдың модераторҙары - “ВИД” телекомпанияһы генераль директоры һәм президенты Александр Любимов һәм билдәле алып барыусы Ксения Собчак.
“Донъя иҡтисады һуңғы 30 йылда бер нисә глобаль көрсөк кисерҙе. Тик уларҙың береһе лә әлегеһе кеүек беҙҙең тормошто үҙгәртмәне. Коронавирус ҡот осҡос тиҙлек менән транспорт һәм етештереү селтәрен емерә, дәүләттәрҙе сиктәрен ябырға мәжбүр итә, балалар дистанцияла белем ала. Тик был упҡынға аҙым түгел, ә яңы ысынбарлыҡҡа юл. Тик ул еңел булмаясаҡ”, – ти Юғары иҡтисад мәктәбе ректоры, форумдың рәйестәше Ярослав Кузьминов.
Был сара буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ фекерен белдерҙе.
“Ни өсөн беҙ бындай ваҡытта ошондай саралар үткәрәбеҙ? Барыһы ла логикаға тура килә. Оҙаҡламай эпидемияны еңәсәкбеҙ, сөнки нимә эшләргә кәрәк икәнлеген беләбеҙ. Тик артабан нисек йәшәргә икәнлеген дә белергә кәрәк. Һәр көрсөк яңы мөмкинлектәр бирә. Беҙҙең форумда ҡатнашыусыларҙың кимәле бик юғары һәм улар беҙгә республиканы нисек итеп тиҙ арала аяҡҡа баҫтырырға, халыҡты уңайлы тормош тәьмин итергә, иртәгәһе көнгә ышаныс булдырырға ярҙам итәсәк”, – ти Радий Хәбиров.
25 илдән ҡатнашҡан 100-ҙән ашыу ғалим, бизнесмен һәм сәйәсмәндәр киләһе аҙна, ай һәм йылдар нисек булырын күҙаллай, хәүефтәрҙе асыҡлай, артабан нисек йәшәү, иҡтисади хәл тураһында фекер йөрөтәсәк.
Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы саранан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ. Форумда ҡатнашыу өсөн bashkiria-live.com сайтында теркәлергә кәрәк.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: "Башинформ".
Читайте нас: