Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 15:55

"Илебеҙгә хеҙмәт итәйек”

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү уңайынан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры, тарих фәндәре кандидаты Сергей Лаврентьев үҙ фекерен еткерҙе.

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү уңайынан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры, тарих фәндәре кандидаты Сергей Лаврентьев үҙ фекерен еткерҙе.
“Минең өсөн был үҙгәрештәр ике ыңғай күренеше менән әһәмиәтле. Беренсенән, Конституцияға төҙәтмәләр индереү Рәсәйҙең тарихи дөрөҫлөккә ынтылыуын сағылдыра, илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышы, фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеү хаҡындағы тарихи факттарҙы боҙоуға юл ҡуймаясаҡ. Тарих – ул милли берҙәмлегебеҙҙең бер өлөшө һәм беҙ уны ҡарайтыуға юл ҡуймаҫҡа тейеш. Был уңайҙан яңы Конституция күңелдәрҙә илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәсәк.
Икенсенән, Конституцияға индерелгән яңы ҡанун буйынса дәүләт системаһында эшләгән кешеләргә, атап әйткәндә, етәкселәргә, депутаттарға бынан ары сит илдәрҙә үҙ милектәрен булдырыу тыйыла. Рәсәй дәүләтенә хеҙмәт итеп тә, ситтә байлыҡ туплау – ике йөҙлөлөк. Беҙ үҙ илебеҙгә хеҙмәт итергә тейешбеҙ”.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: bashinform.ru
Читайте нас: