Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 20:10

Республикала COVID-19 йоҡторғандар һаны 570-кә етте

Башҡортостанда COVID-19 йоҡторғандар һаны 570-кә етте, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Башҡортостанда COVID-19 йоҡторғандар һаны 570-кә етте, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Уҙған тәүлектә 43 яңы осраҡ асыҡланған. Ошо осорҙа бөтәһе 72 кеше һауығып сыҡҡан. Тәүлек эсендә үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Республикала 53 кеше яңы коронавирусҡа тикшерелгән.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 84 төбәгендә яңы коронавирус йоҡтороуҙың 6 198 осрағы раҫланған, 579 кеше һауыҡҡан.
Илдең 85 төбәгендә бөтәһе 87 147 сирле теркәлгән, тип хәбәр итте федераль оператив штаб.
Башинформ.
Читайте нас: