Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 14:00

Удмурт ере илде сәләмләй

Бөгөн Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына арналған йыр марафонына Удмурт Республикаһы ла ҡушылды

Ижевскиҙа халыҡ акцияһына республиканың иң билдәле коллективтарының береһе – Академик хор капеллаһы ҡушылды. Артистар бындай ҙур составта республикала үҙизоляция режимы индерелгәнгә тиклем йыйылғайны.
“Шуныһы иғтибарға лайыҡ, марафонды яҙҙырыу өсөн билдәле урындар һайланды. Бында беҙҙең төбәктең Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә индергән хеҙмәт өлөшө һәм хәтер билдәләре: Мәңгелек ут, тыл эшселәренә һәйкәл һәм Калашников исемендәге сквер”, - тип билдәләне мәҙәниәт министры Владимир Соловьев.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Удмурт иле Советтер Союзының иң мөһим хәрби-сәнәғәт базаларының береһе булып тора. Мәскәү, Киев, Тула, Харьков һәм башҡа ҡалаларҙың 50-гә яҡын эвакуацияланған предприятиелары республикала эшләүен дауам итә. Ижевск заводы ғына 11 миллионға яҡын төп атыу ҡоралы – винтовка һәм карабин етештерә. Был Германияның бөтә сәнәғәте етештергән ҡоралдан байтаҡҡа күберәк.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты ойошторған “Беҙҙең Еңеү көнө” марафоны 25 апрелдә старт алды. Билдәле йырҙы Мордва һәм Мари Эл Республикаларының музыкаль коллективтары башҡарҙы ла инде. Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың легендар әҫәре бөгөн тәүге тапҡыр удмурт телендә яңғырай. Ә йыр тәүге тапҡыр 45 йыл элек башҡарыла.
Юбилейлы йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге ҡатнаша. Удмурт Республикаһы эстафетаны Башҡортостанға тапшырасаҡ.
Видеороликтарҙы округтың барлыҡ телерадиокомпаниялары эфирында тыңларға һәм ҡарарға, шулай уҡ сайттарҙа һәм “Вконтакте”, “Фейсбук”, “Одноклассники” социаль селтәрҙәрендә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегы аҫтында күҙәтеп барырға мөмкин.
Читайте нас: