► Йәшәү рәүешенә әйләнгән ғәҙәти нәмәләрҙең ҡапыл-ҡара үҙгәреүе барыһында ла тиерлек эске көсөргәнеш тыуҙыра. Эйе, тотош донъяға ябырылған киҙеүҙе беҙ көтмәнек. Күптәребеҙ өйгә бикләнеүҙе ауыр һынауға тиңләне. Тик үҙизоляцияны яҙмыш язаһы итеп ҡабул итергә ярамай. Был - ғүмерҙең бер осоро ғына һәм уға социаль яуаплылыҡ, намыҫ менән ҡарарға тейешбеҙ. Онотмайыҡ, беҙ төрмәлә түгел, беҙ - өйҙә...
► Бәндәгә, ниһайәт, хәл алып, иркенләп үҙ донъяһына бағыу, уйға тарыу мөмкинлеге бирелде. Арманһыҙ булып йүгереүҙәр, ашығыуҙар бер ғауымға туҡтап торҙо. Хафаланмағыҙ, был осор күҙ асып йомған арала үтеп китәсәк, шуның өсөн әлеге форсатты ҡулдан ысҡындырыу яҙыҡ булыр: тормошоғоҙҙо, йәшәү рәүешегеҙҙе, мөнәсәбәттәрегеҙҙе баһалағыҙ, ысынлап та мөһим нәмәләр тураһында уйланығыҙ - уларҙың исемлеген төҙөп, ғәмәлгә ашырыу юлдарын эҙләгеҙ, пландар төҙөгөҙ.
► Яҡын кешеләрегеҙ менән араларығыҙ көйлөмө? Уйлап ҡараһаң, әлеге мәлдә уларҙан да яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк бер кем юҡ, шулай бит? Тимәк, киләсәктә лә был турала оноторға ярамай. Бер-берегеҙгә ҡарата булған игелек, иғтибар, йылы ҡараш, ҡосаҡлашыуҙар һеҙҙе стрестан, ҡурҡыу тойғоһонан аралар.
► Үҙ-үҙегеҙгә бикләнеүҙән, шик-шөбһәләрҙән ситен булығыҙ. Йөрәк өйкәткес уйҙарығыҙ, кисерештәрегеҙ менән уртаҡлашырға, ярҙам һорарға тартынмағыҙ, күҙ йәштәренә лә ирек биреү зарур.
► Көйөнөстәр ҙә, һөйөнөстәр ҙә күпмелер ваҡыт үтеү менән төҫһөҙләнә, әһәмиәтлеген юғалта. Тимәк, әлеге киҙеүгә бәйле ҡыйынлыҡтар ҙа тиҙҙән үтеп китәсәк. Иң мөһиме - тәҡәт итегеҙ, өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ.
► Аллаһы Тәғәләгә ышаныс, доғалар насар уйҙарҙан арындырып, йөрәгегеҙҙе һилләндерер. Юғары көстөң барлығына, уның ярҙамына ышаныу һеҙҙе сабырыраҡ, әйләнә-тирәләгеләргә ҡарата игелеклерәк итер.
► Шуны иҫтә тотайыҡ: йәшәү мәғәнәһен тапҡан, юғары маҡсаттар ҡорған кешеләр ауырлыҡтарҙы еңелерәк үткәрә!
► Изоляцияланыу күптәрҙе хәрәкәт йәһәтенән дә сикләне. Ғәҙәти тормошта беҙ һәр саҡ аяҡ өҫтөндә - йәйәүләп эшкә, уҡырға, балалар баҡсаһына барабыҙ, кистәрен ғаилә менән һауа алыштырырға сығабыҙ... Шулай ҙа махсус рәүештә физик күнекмәләр менән шөғөлләнергә ваҡыт ҡалмай ине. Тимәк, әле үҙ өҫтөгөҙҙә эшләй башлар өсөн ғәйәт ҡулай осор - 1-2 сәғәтлек кардиокүнекмәләр, йога тәнегеҙҙе генә түгел, йәнегеҙҙе лә дауалар.
► Иң мөһиме - үҙ фатирығыҙҙы, йортоғоҙҙо иркегеҙҙе бығаулаған зиндан итеп ҡабул итмәгеҙ...
Хөрмәтле дуҫтар, әгәр теләгегеҙ булһа, Венера Ғәли ҡыҙы һеҙҙең менән йога буйынса бушлай онлайн-дәрестәр алып барырға ла, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға ихлас яуап бирергә лә әҙер! Һау-сәләмәт булайыҡ!
Фото: Alternativemedicine.com