Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2020, 12:25

Йыр марафоны – Башҡортостанда

Еңеү тураһындағы иң билдәле йыр тәүге тапҡыр башҡорт телендә яңғыраясаҡ. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән ойошторолған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына ҡушылды.

Еңеү тураһындағы иң билдәле йыр тәүге тапҡыр башҡорт телендә яңғыраясаҡ. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән ойошторолған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына ҡушылды.
Легендар йыр акция өсөн башҡорт теленә махсус тәржемә ителде. Тәржемә авторы – яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова.
“Был йырҙы мин бер ишетеүҙән үк яраттым, - ти әҙибә. – Һүҙҙәре һәм көйө күңелемә үтеп инделәр. Башҡорт теленә тәржемә итеүемде һорағастар, юғалып ҡалдым. Йөрәккә үтеп инерлек, хисле һүҙҙәрҙә шатлыҡ та, ҡайғы ла бар. Был кәйефте туған телдә тыңлаусыларға тулыһынса еткерергә, йырҙың тактына ла тап килергә тейеш ине. Музыкаль һөнәрем ярҙам итте. Тәржемә иткәндә йырҙы йырланым. Хеҙмәтем оҡшауына шатмын. Хәҙер төрлө быуын вәкилдәренең уны рус телендә генә түгел, башҡортса ла йырларына ышанам”.
Легендар йырҙы Өфө Еңеү паркында башҡарырға халыҡ хоры ҡатнашыусыларына республиканың билдәле кешеләре лә ҡушылды. Йырҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Милли симфоник оркестр директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы Рушана Бабич, Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм танылған музыкант Заһир Зәйнетдин та башҡарҙы.
Башҡорт телендәге йыр март башында – Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырылғайны. Башҡортостан юлдаш телеканалында, башҡа Волга буйы төбәктәре кеүек, йырға видеоклип төшөрөп, шул сәбәпле республиканың дөйөм Еңеүгә индергән өлөшөн иҫкә алдылар. Башҡортостандан фронтҡа 700 меңгә яҡын кеше китә. 322 меңе яу яланында башын һала һәм хәбәрһеҙ юғала. Республиканың 200 мең хәрбиһе орден-миҙалдар менән наградланған. Улар араһында 295 Советтар Союзы Геройы һәм 46 Дан орденының тулы кавалерҙары бар. 2020 йылда, һуғышта һәләк булғанына 77 йыл үткәндән һуң, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Һуғыш йылдарында республикаға 280 мең кеше һәм 170 сәнәғәт предприятиелары, производстволары эвакуациялана. Һөҙөмтәлә, машина етештеү продукцияһы күләме 17 тапҡырға арта. Өфө моторҙар төҙөү заводы самолеттар өсөн 51 мең авиамотор етештерә. Һуғыш йылдарында Башҡортостан илгә 5 млн. тонна нефть, 160 млн. бот икмәк бирә.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина фекеренсә, “Еңеү көнө” йырын башҡарыу буйынса халыҡ акцияһының идеяһы барыбыҙҙы ла берләштерә һәм дәртләндерә.
- Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү - илебеҙ төбәктәренең дөйөм ҡаҙанышы. Был проектҡа һәм дөйөм акцияға ҡушылып, батырҙарыбыҙ, беҙҙең төбәктең Еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләү мөмкинлеге биргән өсөн шатбыҙ. Барығыҙҙы ла илебеҙҙең ҙур байрамы – Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ! – тине министр урынбаҫары.
“Еңеү көнө” йыры осраҡлы ғына һайланмаған. Авторҙар - Давид Тухманов һәм Владимир Харитонов совет халҡының батырлығы бөйөклөгөн дә, яҡын кешеләрен юғалтыу ҡайғыһын да, киләсәк өсөн ғүмерен биргән миллионлаған милләттәштәрҙең батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә еткереүгә өлгәште.
Ошо көндәрҙә яратҡан йырҙарын туған телдә Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәрендә лә йырлайҙар. Рус һәм Волга буйы халыҡтарының ете телендә башҡарылған “Еңеү көнө” йыры эстафета буйынса төбәктән төбәккө тапшырылып килә. Ойоштороусыларҙың ниәттәре буйынса марафон дөйөм Еңеү өсөн берләшкән ҙур илдең берҙәмлеген символлаштыра.
Йыр марафонына Еңеү көнөнә ике аҙна ҡалғас, 25 апрелдә Мордва Республикаһында старт бирелгәйне. Беҙҙең республикаға эстафетаны Удмурт иле тапшырҙы.
Волга буйы төбәктәрендә төшөрөлгән видеороликтарҙы округтың телевизион каналдарында ҡарарға мөмкин. Ютюб-каналдар һәм социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хэштегы аҫтында күрергә була. Йырҙы округтың билдәле радиостанциялары ла тапшыра.
Йыр марафонын ойоштороусылар төрлө телдәрҙә яңғыраған яратҡан йырын Рәсәйҙең башҡа ҡала һәм ауылдары элеп алырына ышана. Был - халыҡ акцияһы. Уға һәр кем ҡушыла ала.
Читайте нас: