Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 13:00

Акция әүҙем үтте

25 апрелдә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан онлайн-форматта “Башҡорт теленән халыҡара диктант - 2020” акцияһы ойошторолдо. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр алдан уҡ https://bashkdiktant. ru сайтында шәхси кабинет булдырҙы. Сайтта йәмғеһе 223 000 ҡатнашыусы теркәлгән - улар диктантты шәхси кабинет аша яҙыу һәм ебәреү мөмкинлегенә эйә ине. Яҙма эштең тексы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Бәйләнештә” социаль селтәре, “YouTube” видеохостингы аша тура эфирҙа уҡылды.

Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләүселәр диктантты өйҙә үҙаллы яҙып, эштәренең фотоһын йәки сканвариантын сайт йә электрон почта, WhatsApp номеры арҡылы ебәрҙе. Эштәр 26 апрелдең 23.59 сәғәтенә ҡәҙәр ҡабул ителде.
Халыҡ-ара диктантта Башҡортостан Республикаһының барлыҡ муниципаль райондары һәм ҡала округтары, Рәсәйҙең 18 төбәге һәм 24 сит ил ҡатнашты. Дөйөм алғанда, башҡорт теленән диктантты йәмғеһе 305 600 кеше яҙған, шуларҙың 39 214-е - Рәсәй Федерацияһы региондарынан (Мәскәү, Санкт-Петербург, Сорғот, Владивосток, Яңы Уренгой, Владимир, Ноябрьск, Анапа, Мурманск, Якутск ҡалалары, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы), 3 395 кеше - яҡын һәм алыҫ сит илдән (Үзбәкстан Республикаһы, Швейцария, АҠШ, Германия, Испания, Эстония, Канада, Төркиә, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Бөйөк Британия, Латвия, Тажикстан, Португалия, Италия, Польша, Ҡырғыҙстан, Франция, Украина, Белоруссия, Әзербайжан, Төркмәнстан, Абхазия, Литва). Иҙел башы ла акцияға ихлас ҡушылды - бер меңдән ашыу кеше Әсә теленән диктант яҙҙы.
Диктант яҙыуҙа айырыуса Әбйәлил, Асҡын, Күгәрсен, Учалы, Дыуан, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Ҡариҙел, Салауат, Хәйбулла, Яңауыл муниципаль район хакимиәте башлыҡтары әүҙемлек күрһәткән.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында 51 345 кеше яҙған. Был иһә әлеге диалекттың халыҡ араһында киң ҡулланышта булыуын аңғарта.
Иң йәш диктант яҙыусы Баймаҡ ҡалаһынан теркәлгән - уға 5 йәш, Ишембай районынан ҡатнашҡан иң оло кешегә иһә 96 йәш.
“Башҡорт теленән халыҡара диктант - 2020” акцияһында ҡатнашҡандарҙың барыһы ла сайттағы шәхси кабинеты йәки электрон почтаһы аша электрон сертификаттар аласаҡ.
Читайте нас: