Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 14:00

Бөгөн Һамар өлкәһе халыҡ йыры акцияһына ҡушылды

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығында Волга буйы федераль округы халҡын берләштергән йыр марафонына Һамар өлкәһе лә ҡушылды.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығында Волга буйы федераль округы халҡын берләштергән йыр марафонына Һамар өлкәһе лә ҡушылды.
Һамар губернаһының географик сиктәрендә үҙенсәлекле һыҙаттар бар: ул йөрәк формаһына оҡшаш. Хәтер һәм Дан йылында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән ойошторолған “Беҙҙең Еңеү көнө” күләмле патриотик акцияһының башҡарыусы-ҡатнашыусылары йөрәге менән бөгөн бергә типте. Һамар өлкәһе эстафетаны Волга буйы федераль округы халҡы эстафетаны ғорурлыҡ һәм тәрән тойғо менән Башҡортостан Республикаһынан ҡабул итеп алды.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты ойошторған “Беҙҙең Еңеү көнө” марафоны Мордва Республикаһында старт алды. Республика һәм төбәктәрҙең ижади коллективтары йыры 25 апрелдән урындағы һәм федераль телеканалдар һәм радиостанцияларҙа эфирға сыға, социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хэштегы аҫтында күрергә була. “Еңеү көнө” йыры эстафета буйынса төбәктән төбәккә тапшырылып килә.
Ижади коллективтарҙың сығыштары февралдә һәм март башында – Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырылғайны. Һәм бөгөн, сикләтелгән шарттарҙа, яратҡан йырҙарының береһен төрлө телдәрҙә башҡарыу бигерәк тә күңелгә үтеп инерлек булып яңғырай. Һамар өлкәһенән проектта легендар ижади коллектив – П.М.Милославов исемендәге рус халыҡ хоры ҡатнашты.
«Волга дәүләт рус халыҡ хорының 65 йыл дауамындағы барлыҡ эшмәкәрлеге киләсәк быуында илһөйәрлек тәрбиәһе һәм бөйөк илдең мәҙәни мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән, – ти башланғыс тураһында коллективтың башҡарма директоры Виталий Натаров. – Шуға ла артистар йыр марафонында ҡатнашыуҙы бурыс итеп ҡуйҙы. Беҙ ҙур ғорурлыҡ менән эстафетаны ҡабул итеп алдыҡ. Марафонда ҡатнашыу мөмкинлеге биргән күрше төбәктәрҙән яҡташтарыбыҙға рәхмәт. Был беҙҙең өсөн оло хөрмәт!”
Эстафетаны Татарстан Республикаһына тапшырып, һамар башҡарыусылары яҡташтарына ҡыҫҡа мөрәжәғәт тә яҙҙырҙы. Куйбышев өлкәһенән фронтҡа ярты миллионға яҡын кеше кит. Һәр икенсе яу ҡырында ятып ҡала. Ҡалғандар фронт өсөн ҡеүәтле тыл булды, бында хеҙмәт батырлығы күрһәтеп Еңеүҙе яҡынайталар. Куйбышев “Запас баш ҡала” исемен дә ала. Бында легендар “Ил-2” эшләнә һәм Стлин бункеры төҙөлә.
Нәҡ Куйбышевта Шостакович үҙенең Етенсе симфонияһын яҙып бөтә һәм премьераһын ҡуя. Ошонда Юрий Левитан совет информбюро яңылыҡтарын хәбәр итә, ә 1941 йылдың 7 ноябрендә үткән хәрби парад ил яңылыҡтарының иң сғыуы була.
«Еңеү көнө» – ватан тарихында һәр ваҡыт сағыу йондоҙ булып яна һәм янасаҡ. Волга буйы ижади коллективтары башҡарған бөйөк йыр миллион рәсәйҙәрҙе берләштерһен, - тине йыр акцияһында ҡатнашыусы һамарҙар.
Читайте нас: