Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 14:00

«Еңеү Көнө» йыры - татар телендә

Еңеү символына әйләнгән бөйөк йыр бөгөн тәүге тапҡыр татар телендә яңғыраны. Татарстан Республикаһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән ойошторолған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны эстафетаһын ҡабул итте.

Еңеү символына әйләнгән бөйөк йыр бөгөн тәүге тапҡыр татар телендә яңғыраны. Татарстан Республикаһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән ойошторолған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны эстафетаһын ҡабул итте.
“Беҙҙең Еңеү көнө” флешмобы йәһәтенән сығыштар Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының залында һәм Ҡазан Кремле диуарҙары - Советтар Союзы Геройы, шағир Муса Йәлилгә ҡуйылған һәйкәл янында яҙҙырылған.
Акцияла РСФСР-ҙың, Рәсәйҙең һәм Татарстан Республикаһының Халыҡ артисткаһы Венера Ғәниева, Татарстандың атҡаҙанған артистары Әлфис Ғәлиуллин һәм Эльвира Ғәлиуллина, “Голос. Дети” шоуы ҡатнашыусыһы Айгөл Вәлиуллина, шулай уҡ Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының уҡытыусылары, доценттары һәм магистрҙары ҡатнашты. Видеоклип Татарстан Республикаһында үҙизоляция режимы индерелгәнгә тиклем төшөрөлгән.
“Төбәктәрҙе берләштергән был акция халыҡтарҙың мәҙәни уртаҡлығын күрһәтә”, - ти Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының ректоры Роза Әхмәҙиева. Уның һүҙҙәренсә, бының ише акциялар һәр милләттең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә ала.
“Һәр артист Еңеүҙең 75 йыллығына арналған флешмобтарҙа ихлас ҡатнаша. Минеңсә, был үҙҙәрен аямай ут эсенә ингән һуғыш ветерандарына, атай-олатайҙарыбыҙға ҡарата үҙенсәлекле рәхмәт һүҙе”, - тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште Венера Ғәниева ла.
Быйыл үҙенең автономия яулауының 100 йыллығын билдәләргә йыйынған Татарстан Республикаһы дәһшәтле йылдарҙа Ҡыҙыл Армияның төп тыл базаларының береһе була. Республикаға 70-тән ашыу завод-фабрика эвакуациялана. 226 мең кеше, шул иҫәптән 15 мең етем бала бында һыйыныу тапҡан. Төбәктә 50-нән ашыу эвакогоспиталдәр урынлаша, 334 мең яралы яугир дауалау курсы үтә. Уларҙың 207 меңе сафҡа ҡайтанан баҫа. 100 меңдән ашыу Татарстан кешеһе ордендар һәм миҙалдар менән наградлана. 186 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
Читайте нас: