Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 18:20

Мәскәү һеҙҙе көтә!

Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы “Мәскәү вуздары тураһында тура эфир” тигән белем биреү проектын тормошҡа ашыра башлай. Уҡырға инергә әҙерләнеү осоронда абитуриенттарҙы йыш ҡына күп һорауҙар борсой.

Шуға күрә әүҙемселәр илебеҙҙең баш ҡалаһындағы юғары уҡыу йортона ингәндә, уҡығанда ниндәй талаптар ҡуйылыуы, нисек белем алыуҙары тураһында һөйләмәксе. Түбәндә тура эфирҙарҙың графигы менән танышырға тәҡдим итәбеҙ:
РФ Эске эштәр министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты;
МИРЭА Рәсәй технологик университеты;
РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт идараһы академияһы;
Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты;
Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты;
Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университеты;
Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты;
И.М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты һ.б.
График нигеҙендә һеҙҙең менән киске сәғәт 7-лә "Инстаграм"да (https://instagram.com/bashstudents) осрашырҙар. “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдөң адресы: https://vk.com/bashstudents/
Читайте нас: