-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 13:15

Май байрамдарында пенсия нисек таратыла

Башҡортостанда май айы өсөн пенсия һәм башҡа социаль пособиелар түләү 2 майҙан башлана. Почта элемтәһе ойошмалары аша алғандарға 9 майҙағы байрам көнө өсөн 6, 7 һәм 8 майҙа түләнә, тип хәбәр иттеләр Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Банктарға пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта күсерелә.
Апрель өсөн пенсияны финанслау ваҡытында һәм тулы күләмдә тамамланған. Быйыл апрелдә республикала пенсия түләү өсөн бөтәһе 20,3 миллиард һум йүнәлтелгән. Шуның 1,5 миллиард һумы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы һәм һуғыш ветерандарына түләү өсөн бүленгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе 1,2 миллиондан ашыу пенсионерға пенсия түләй. Уларҙың 64% пенсияны — банктағы иҫәпкә; 35,5% — Рәсәй почтаһы аша; 0,5% стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында һәм холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ала.
Башинформ.