Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Май 2020, 14:00

“Еңеү көнө” йыры – Нижегородск өлкәһендә

Бөгөн, 1 майҙа, Нижегородск өлкәһе Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән ойошторолған Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Беҙҙең Еңеү көнө” күләмле акцияһына ҡушылды.

Бөгөн, 1 майҙа, Нижегородск өлкәһе Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән ойошторолған Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Беҙҙең Еңеү көнө” күләмле акцияһына ҡушылды.
Түбәнге Новгородта Еңеү билдәһе булған бөйөк йырҙы академик һәм джаз музыканттары, фольклор һәм поп-башҡарыусылар, шулай уҡ губерна оркестры йырсылары, “Голос. Дети”шоуы ҡатнашыусылары башҡарҙы.
А.С.Пушкин исемендәге Нижегородск дәүләт опера һәм балет театры солистары - Виктор Ряузов, Татьяна Гарькушова, Александр Зубаренков, губерна оркестры йырсылары – Дмитрий Зубарев, Татьяна Волкова, Дмитрий Маресеев, “”Любава” халыҡ йырҙары муниципаль ансамбле, Рәсәй Волга буйы округы ғәскәрҙәре милли гвардияһының йыр һәм бейеү ансамбле йырланы, ә уларға “Голос. Дети” шоуы ҡатнашыусылары Дарья Лебедева, Егор Григорьев, «Jack Daniels Time» кавер-төркөмө йырсылары Владимир Торопыгин һәм Андрей Паньшин ҡушылды.
Ижади коллективтарҙың сығыштары Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем Нижегородск Кремлендә, Чкалов һәйкәле, “Герой” катеры янында яҙҙырылғайны.
Видеоролик башында төбәктең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләп кителде. Һуғыш йылдарында өлкәлә үҙенсәлекле хәрби-сәнәғәт предприятиелары комплексы булдырыла. Бында ҡорал һәм авиация, флот һәм башҡа ғәскәрҙәр өсөн кәрәк-яраҡтар, шартлатҡыстар һәм реактив яғыулыҡ етештерелә. “Красное” һәм “Сормово” заводтары фронтҡа 12 мең “Т-34” танкы, 27 һыу аҫты кәмәләре оҙата. Һәр өсөнсө истребитель Орджоникедзе исемендә авиация заводында сығарыла. Яралы яугирҙар өсөн ҡан тапшырыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Фронтҡа 92 мең литр ҡан ебәрелә.
“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһында Мордва, Мари Эл, Удмурт, Башҡортостан, Татарстан Республикалары, Һамар өлкәһе сығыш яһаны ла инде. Нижегородск өлкәһе эстафетаны Пермь крайына тапшырасаҡ.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты ойошторған “Беҙҙең Еңеү көнө” марафоны 25 апрелдә старт алды. Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың легендар әҫәре бөгөн тәүге тапҡыр удмурт телендә яңғырай. Ә йыр тәүге тапҡыр 45 йыл элек башҡарыла.
Видеороликтарҙы округтың барлыҡ телерадиокомпаниялары эфирында тыңларға һәм ҡарарға, шулай уҡ сайттарҙа һәм “Вконтакте”, “Фейсбук”, “Одноклассники” социаль селтәрҙәрендә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегы аҫтында күҙәтеп барырға мөмкин.
Читайте нас: