Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май 2020, 17:30

Кесе Инйәрҙә ҡаза

Кисә Белорет районында Кесе Инйәр буйлап резина кәмәлә йөҙгән ир һәләк булған.

Кисә Белорет районында Кесе Инйәр буйлап резина кәмәлә йөҙгән ир һәләк булған.
Фажиғә кәмәнең ауҙарылыуы сәбәпле килеп тыуған. Шаһиттар ярҙам саҡырырға тырышып ҡараған, әммә ирҙе ҡотҡара алмағандар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, һәләк булған ирҙең шәхесе әлегә асыҡланмаған.
"Экстремаль ял төрҙәрен үҙ итеүселәрҙең күбеһе власть органдарының иҫкәртеүен ишетте, улар изоляция режимын күҙәтә. Тик ҡайһы берәүҙәр ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай, тәбиғәт ҡосағына ашыға. Штрафтарға тарттырылыуҙан тыш, туристар ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Маршруттарҙа бәйләнештең булмауына бәйле, улар бары үҙ көсөнә таяна ала. Һәләк булған ирҙең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар тәфтиш-оператив төркөмөнә тапшырҙы", - тинеләр ведомствола.
Әле туристик маршруттарға сығыу бик хәүефле, ауырып киткән хәлдә квалификациялы ярҙам күрһәтелеренә өмөтләнергә ярамай. Урманда вирустар юҡ, әммә төркөмдәге кешеләрҙең вирусты йөрөтөүсе булыуы ихтимал. Маршруттан айырылып, ниндәйҙер тораҡҡа барып етеү, бәйләнешкә сығыу ҡайһы саҡта мөмкин дә түгел. Барығыҙҙы ла сабырлыҡ менән изоляция режимын һаҡларға саҡырабыҙ. Иҫән-һау булайыҡ!
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас: