Волга буйы федераль округында дауам иткән "Беҙҙең Еңеү көнө" йыр марафонын бөгөн Пермь крайы ҡабул итте.
Бынан 45 йыл элек ижад ителгән данлыҡлы "Еңеү көнө" йырын Пермь малайҙар хоры капеллаһының 20 артисы Пермь опера һәм балет театры солистары менән бергә башҡара. Уларҙың сығышын музыкаль йәһәттән Пермь крайы филармонияһының Рус халыҡ инструменттары оркестры биҙәгән. Оркестрҙың художество етәксеһе һәм дирижеры - Галина Токарева.
Видеояҙма төбәктең матур һәм иҫтәлекле урындарында, филармонияның Ҙур концерт залында төшөрөлгән. Был эштәр илебеҙҙә үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем башҡарылған.
Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә Пермь крайы ла тос өлөш индергән. Был төбәктән фронтҡа авиадвигателдәр, дары, пушкалар оҙатыла. Көңгөр ҡалаһы һалдаттарҙы - итек, Лысьва каскалар менән тәьмин итә. Икенсеһендәге завод 1942 йылдан СССР-ҙа армия өсөн каска етештергән берҙән-бер предприятие була. Шахтерҙар, металлургтар, нефтселәр - барыһы ла фронт өсөн эшләй. Молотов өлкәһендә ҙур госпиталь базаһы урынлаша. Был төбәккә Ленинградтан күп кеше эвакуациялана.
"Өләсәйем Регина Генриховна блокадала була. 1942 йылда Ладога күле аша сығарылып, Кемеров өлкәһенә юллана. Был йырҙы ишетһәм, уның хәтирәләре иҫкә төшә, тамаҡ төбөнә төйөр тығылғандай була, ә күҙгә йәш тула", - ти Пермь опера һәм балет театры солисткаһы Наталья Кириллова.
Пермь крайы эстафетаны Һарытау өлкәһенә тапшыра һәм Волга буйы федераль округының барлыҡ халҡын етеп килгән Бөйөк Еңеү көнө менән ҡайнар ҡотлай.
Видеояҙманы барлыҡ төбәктәрҙең телекомпаниялары, радиостанциялары тапшыра. Шулай уҡ уны социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында табырға була.