Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Май 2020, 14:00

45 йылдан һуң Саратовта яңғырай

Һарытау “Беҙҙең Еңеү көнө” халыҡ йыр марафонына ҡушылды.

Һарытау “Беҙҙең Еңеү көнө” халыҡ йыр марафонына ҡушылды.
Билдәле “Еңеү көнө” йыры йәнә Һарытау ерендә яңғырай һәм уны тәүге башҡарыусыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы, барыбыҙға ла билдәле һәм яратҡан опера йырсыһы, вокалистарҙың Глинки исемендәге Бөтә союз конкурсы лауреаты, Һарытау дәүләт консерваторияһы профессоры Леонид Сметанников башҡара.
Йырсы һүҙҙәренсә, Волга буйы федераль округының төбәктәрен һәм бөтә илде лә бөйөк байрам – Еңеү көнө берләштерә:
«Был үлгәндәргә түгел, ә тереләргә кәрәк! Тыныс күк йөҙө өсөн баштарын һалған ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ. Был байрам барыһы өсөн дә бөтә ер шарында тыныслыҡ һәм изгелек байрамы булып ҡалһын”, - тине Леонид Сметанников.
Мартта, юғары әҙерлек режимы һәм үҙизоляция индерелгәнгә тиклем, Леонид Сметанников башҡарыуында “Еңеү көнө” йырына видеоролик яҙҙырылды. Йыр Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Һарытау өлкәһенең Почетлы гражданины, профессор Людмила Лицова етәкселегендәге Һарытау өлкәһе филармонияһының “Хор йыры театры” оҙатыуында башҡарылды.
Бөйөк йыр премьераһынан һуң 45 йыл үткәс, ул һәр Һарытау халҡы өсөн мөһим урында – Хәрби һәм Хеҙмәт даны мемориаль комплексының территорияһында асыҡ һауала – Соколовый тауындағы Еңеү паркында яңғыраны. Музей фондында 26 мең документ, техника, күп кенә материалдар һаҡлана. Унда саратовтарҙың эшмәкәрлеге, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Советтар Союзы, тыл геройҙары, байраҡтар, наградалар, ҡорал, техника һәм өлкәгә ҡағылышлы башҡа материалдар тупланған.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты ойошторған “Беҙҙең Еңеү көнө” марафоны 25 апрелдә старт алды. Юбилейлы йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге ҡатнаша. Билдәле йырҙы туғыҙ республика, өлкә һәм край башҡарҙы ла инде. Һарытау өлкәһе эстафетаны Ульяновск ҡалаһына тапшырасаҡ.
Видеороликтарҙы округтың барлыҡ телерадиокомпаниялары эфирында тыңларға һәм ҡарарға, шулай уҡ сайттарҙа һәм “Вконтакте”, “Фейсбук”, “Одноклассники” социаль селтәрҙәрендә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегы аҫтында күҙәтеп барырға мөмкин.
Читайте нас: