Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Май 2020, 23:30

Битлектәр таратыласаҡ

Республика ҡалаларында йәшәүселәргә медицина битлектәрен йәмәғәт урындарында алырға мөмкин.

Республика ҡалаларында йәшәүселәргә медицина битлектәрен йәмәғәт урындарында алырға мөмкин.
3 майҙа Башҡортостанда #МаскаВПомощь республика акцияһы старт алды. Ике көн дауамында республиканың алты ҡалаһы 50 000 медицина битлеге аласаҡ.
Битлектәрҙе ирекмәндәр граждандар өсөн уңайлы урындарҙа – аҙыҡ-түлек магазиндарында, дарыуханаларҙа, автозаправкалау станцияларында хәүефһеҙлек сараларын һаҡлап тапшырыласаҡ.
Бөгөн Өфө республика акцияһы сиктәрендә медицина битлектәре алыусы тәүге ҡала булды. Ҡаланың ете биҫтәһендә лә 5-әр мең битлекте “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты, йәштәр башланғыстарын хуплау һәм ирекмәндәр хәрәкәте республика үҙәге һәм Өфө штабы ирекмәндәре таратасаҡ.
Көн дауамында Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалаларына 3 –әр мең битлек тапшырылды. Үҙидаралыҡтарҙың оператив штаб ирекмәндәре 4 майҙа көндөҙгө сәғәт 1-ҙә теләүселәргә бирә. Шулай уҡ, 4-нән 9 майға тиклем республика халҡына ирекмәндәр “Георгий таҫмаһы” таратыласаҡ.
Битлектәр һәм таҫмалар таратыу урындары алдан хәбәр ителәсәк.
Читайте нас: