Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Май 2020, 16:15

Таиландтан йәнә туристар ҡайтты

Төндә Башҡортостанға Таиландтан бер төркөм турист ҡайтты. Пхукет аэропортынан осҡан “Урал авиалиниялары” компанияһы самолеты Өфөгә был дәүләттән коронавирус сәбәпле ҡайта алмаған Рәсәй граждандарын алып килде.

Авиакомпанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бортта 116 граждан булған. Улар Борт Пхукет-Дондағы Ростов-Өфө-Екатеринбург маршруты буйынса осҡан. 24 кеше Дондағы Ростовта төшөп ҡалған, 55-е – Башҡортостанда. Ҡалғандары Екатеринбургка йүнәлгән.
Юл ыңғайы самолет Шымкент ҡалаһында заправка өсөн туҡтаған. Киләһе ике аҙнаны, ниһайәт, тыуған яғына ҡатып еткән туристар республикалағы обсерваторҙарҙың береһендә үткәрәсәк. Был турала “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: