Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында #МаскаВПомощь акцияһы үтте. Көндөҙгө сәғәт 12-нән алып “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәре халыҡҡа бушлай битлектәр таратты. Уларҙы “Магнит” (“Сити-молл” сауҙа комплексы) һәм “Лента” гипермаркеттары (“Фабри” сауҙа-күңел асыу үҙәге) алдында алырға мөмкин булды. Барлығы өс мең битлек таратылды.
Бындай акциялар республиканың башҡа ҡалаларында ла үтте. Ирекмәндәр барлығы 50 мең медицина битлеге таратып бирәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөндән алып республикала, Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, битлек режимы ғәмәлгә инде. Шулай уҡ, ирекмәндәр халыҡҡа Георгий таҫмалары ла таратҡан.
Ошондай уҡ акция бөгөн Күмертау ҡалаһында ла үткән. Ирекмәндәр халыҡҡа медицина битлектәре һәм Георгий таҫмалары таратҡан.
Акция Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында ойошторола. Кисә битлектәрҙе Өфөлә тараттылар, бөгөн Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында өләштеләр. Ошондай уҡ акция иртәгә Ишембайҙа һәм йәнә Мәләүез ҡалаһында ойоштороласаҡ.
Битлектән файҙа булһын өсөн уны дөрөҫ итеп кейеү мөһим.
1. Битлек битте тығыҙ ҡапларға, ауыҙ, танау һәм эйәк тулыһынса ябылған булырға тейеш.
2. Битлек кейгәс, уны ҡул менән тотоу тыйыла. Юғиһә инфекция ҡулға эләгә һәм организмға күҙ һәм ауыҙ аша инеүе ихтимал.
3. Битлекте сискән саҡта уның ҡолаҡсындарынан ғына тоторға мөмкин. Туҡымаһына теймәгеҙ.
4. Зарарлы туҡыманы тотҡан һайын ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ йәки антисептик менән эшкәртегеҙ.
5. Битлекте һәр ике сәғәт һайын алмаштырығыҙ. Тотонолғандарын сүплеккә ташлағыҙ. Уны һаҡларға, сумкаға йәки кеҫәгә һалып ҡуйырға ярамай. Тағы бер тапҡыр тотонһағыҙ, һаулығығыҙға зыян килеүе ихтимал.
6. Медицина битлеген бер тапҡыр ғына кейеп булғанын онотмағыҙ.
Фотолар: Өфө Ирекмәндәр штабы.