Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2020, 18:30

Коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса видеоконференция тәртибендә кәңәшмә уҙғарылды

4 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә беренсе вице-премьер Андрей Назаров рәйеслегендә видеоконференц-элемтә режимында ҡалаларҙа һәм райондарҙа коммуналь хужалыҡты алып барыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәләр үтте.

4 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә беренсе вице-премьер Андрей Назаров рәйеслегендә видеоконференц-элемтә режимында ҡалаларҙа һәм райондарҙа коммуналь хужалыҡты алып барыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәләр үтте.
- 4 майҙан республикала битлек режимы индерелеү сәбәпле ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән бәйле мәсьәләләр элеккесә контролдә ҡала, - тине Андрей Назаров. – Беҙ элеккесә был процесты контролдә тотабыҙ. Ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ сүп-сарҙан арынған, йәшәү өсөн уңайлы булырға тейеш.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ҡаты көнкүреш ҡалдыктарын ваҡытлыса Сибайҙа йыйыу һәм Нефтекамала полигонға илтеүсе юлды төҙөкләндереү мәсьәләләрен ҡаранылар.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын контейнер майҙансыҡтарынан сығару буйынса автоматлаштырылған мониторинг система эшмәкәрлеген анализлау шуны күрһәтә: урынлаштырылған фотоматериалдар контейнер майҙансыҡтарынан сүп-сарҙың түгелеүен һәр ваҡытта ла раҫламай.
Әлеге ваҡытта төбәк операторҙары иҫәптәренә халыҡтан түләүҙәрҙең уртаса 19 процентҡа әҙерәк килеүе күҙәтелә. Һөҙөмтәлә, ҡайһы бер төбәк операторҙары ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса рейстар һанын кәмет башлаған. Был хәлде улар яғыулыҡҡа аҡса етмәү һәм автомобилдәрҙе ремонтлау менән аңлатҡан.
- Техник мәлдәр эш сифатына ҡағылырға тейеш түгел, сүп-сар үҙ ваҡытында сығарылырға тейеш, - тине торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев.
Юлдарҙы ремонтлау һәм “Башҡорт ихаталары” комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ла һүҙ булды.
“Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуға 2020 йылда 1,5 млрд һум аҡса бүленгән. 12 муниципалитет ремонт эштәренә тотонған да инде, был аҙнала эштәргә барлыҡ республика буйынса керешәсәктәр.
Читайте нас: