Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2020, 18:35

Вахтасылар ҡайтты

Саха (Яҡут) республикаһындағы Чаянда ятҡылығындағы вахта менән эшләгән кешеләрҙе кисә республикаға алып ҡайта башланыҡ тип хәбәр иткәйнек. “Магнитогорск” аэропортына кисә кис тәүге 200 вахтасы ҡайтҡайны.

Бөгөн ошо уҡ аэропортҡа вахтасылар менән сираттағы борт төштө. Унда 100 кеше ҡайтҡан. Бөгөн шулай уҡ тағы 100 кешенең килеүе көтөлә. Был самолетта ҡайтҡандарҙың шулай уҡ тән температураһы юҡ тип хәбәр ителә.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, барлығы 1800 кешенең ҡайтыуын көтәбеҙ. Кисә ҡайтҡандар араһында зарарланғандар бармы, юҡмы – был турала иртәгә анализ һөҙөмтәләре килгәс билдәле буласаҡ.
Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан бөтә кешеләрҙе лә обсерваторҙарға урынлаштырасаҡтар. Вахтасылар унда 21 көн үткәрәсәк. Был – Роспотребнадзор талабы. Төбәк етәксеһе улар өсөн уңайлы шарттар булдырырға ҡушты.
– Бөтә учреждениелар ҙа һаҡ аҫтында булырға тейеш. Был еңел түгел. Әгәр улар араһында зарарланғандар күп булһа, бер-ике көн эсендә ай буйы сирләгәндәр буйынса тупланған һандарға етә алабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: