Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2020, 14:00

Йыр марафоны Ульянов өлкәһенә етте

Ульянов өлкәһе лә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған йыр марафонына ҡушылды.

Ульяновсыларҙың өс быуыны, йәш вокалсыларҙан алып билдәле йырсыларға тиклем, бына 45 йыл инде байрамдың милли символы булған “Еңеү көнө” легендар йырын башҡарҙы.
Бөйөк Еңеү гимнын башҡарыуға “Волга” дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле, “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәте ағзалары, Ульянов дәүләт педагогия университеты студенттары һәм шулай уҡ милли премияға лайыҡ булыусы Рәсәйҙең “Соловушка” Атҡаҙанған коллективы ҡушылды.
”Соловушка” коллективы тарафынан 400-ләп йыр яҙҙырылған, уларҙы илебеҙҙең төрлө өлкәләрендә, шул иҫәптән Германия, Украина, Белоруссияла башҡаралар. Коллектив “Президент ярыштары” уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй спорт ярыштары гимны авторы ла.
“Еңеү гимны төбәктең мөһим объекттары һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары кадрҙары фонында башҡарылды. Коллективыма “Беҙҙең Еңеү көнө” проектында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелгәнлеге менән ғорурланам. Ульянов өлкәһендә бөтә халыҡ акцияһы өс быуынды берләштерҙе”, - тине “Соловушка” халыҡ коллективы етәксеһе Ольга Нужина.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ульянов өлкәһе халҡының ҡаһарманлығын архив материалдары ла раҫлай. Ульяновск ҡалаһына автомобиль заводы эвакуациялана. Заводта 7,8 мең автомобиль йыйыла. Һәр өсөнсө патрон Ульянов заводында етештерелә. Һәр дүртенсе шинель Ульянов фабрикаларында етештерелгән буҫтауҙан тегелә. 133 мең офицер һәм һалдат өлкәнең 26 госпиталендә дауаланыу үтә.
Ульянов өлкәһенән Алексей Судаев икенсе донъя һуғышының иң яҡшы ҡоралы – автомат уйлап сығара. Төбәктең Цильнинск районы кешеһе Петр Усачев Еңеүҙең тере билдәһе: нәҡ 1945 йылдың 9 майында Рейхстаг стенаһына Бөйөк Еңеү көнөн яҙа һәм был фоторәсем донъя гәзиттәрен урап сыға.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Беҙҙең Еңеү көнө” марафонына округтың 14 төбәге ҡушылды. Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың билдәле әҫәрен дәүләт телдәрендә Мордва, Мари Эл, Удмурт, Башҡортостан, Татарстан Республикалары, Һамар, Нижегородск, Һарытау өлкәләре һәм Пермь крайы йырсылары башҡарҙы ла инде. Бөгөн Ульянов өлкәһе эстафетаны Пензаға тапшырасаҡ.
Ижади коллективтарҙың сығыштары Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырылғайны. Һәм бөгөн, сикләтелгән шарттарҙа, яратҡан йырҙарының береһен төрлө телдәрҙә башҡарыу бигерәк тә күңелгә үтеп инерлек булып яңғырай.
Волга буйы төбәктәрендә төшөрөлгән видеороликтар “Репортер73” и “Ульяновская правда” телеканалдарында күрһәтелә. Ютюб-каналдар һәм социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хэштегы аҫтында күрергә була. Йырҙы округтың билдәле радиостанциялары ла тапшыра.
Читайте нас: