Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2020, 14:00

"Беҙ Пензанан!"

Пенза өлкәһе Волга буйы федераль округының йыр марафонын ҡабул итеп алды

Бөгөн, 5 майҙа, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Беҙҙең Еңеү көнө” марафонына Пенза өлкәһе лә ҡушылды.
Композитор Давид Тухмановтың Владимир Харитонов һүҙҙәренә яҙылған “Еңеү көнө” йырын башҡарыу эстафетаһын Пенза халҡы ут күршеләре – Ульянов өлкәһенән ҡабул итеп алды. Акцияға Мордва, Мари Эл, Удмурт, Башҡортостан һәм Татарстан Республикалары, Һамар, Нижегородск, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы ла ҡушылғайны. Пенза өлкәһенән проектта Рәсәйҙең Атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Владимир Каширский етәкселегендәге Губернатор симфоник капеллаһы вәкилдәре ҡатнашты. Шулай уҡ һуғыш ветерандары, «Еңеү ирекмәндәре”, эҙәрмәндәр, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре лә ярҙам итте.
Республика һәм өлкәләрҙең ижади коллективтарының сығыштары 25 апрелдән 8 майға тиклем урындағы һәм федераль телеканалдарҙа күрһәтеләсәк. Ә 9 майҙа – Еңеү көнөндә был йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ. Йырҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында, YouTube каналында ҡарарға, радиостанциялар аша радиоверсияларын тыңларға мөмкин.
Ижади коллективтарҙың сығыштары февралдә һәм март башында – Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырылғайны. Һәм бөгөн, сикләтелгән шарттарҙа, яратҡан йырҙарының береһен төрлө телдәрҙә башҡарыу бигерәк тә күңелгә үтеп инерлек булып яңғырай.
Пензалар, халыҡ йыры эстафетаһын артабан Сыуаш Республикаһына тапшырып, яҡташтарына ла мөрәжәғәт итте. Бөйөк Ватан һуғышына Пенза өлкәһенән 300 меңдән ашыу кеше китә һәм шуларҙың 190 меңе яу яланында ятып ҡала. 1945 йылда Рейстах стенаһындағы “Беҙ Пензанан!” тигән легендар фразаны Пенза өлкәһе халҡы ғорурлыҡ менән ҡабатлай.
Пензалар фронтта ғына түгел, тылда ла көрәшә. Һуғыш йылдарында Пенза өлкәһе иң ҙур эвакуациялау пункты була. Заводтар миналар, авиабомбалар, артиллерия снарядтары етештерә. Төбәктән фронтҡа хәрби самолеттар деталдәре, шинель буҫтауы, быйма, саңғылар оҙатыла.
2020 йылда Пенза ҡалаһы Рәсәй Федерацияһының “Хеҙмәт ҡалаһы” Маҡтаулы исемгә лә дәғүә итә.
#песнипобедыПФО, #нашденьпобеды, #амыизпензы, #75летпобеды #75летпобедыпенза #годпамятииславы
Читайте нас: