Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2020, 17:55

Яҡташтарыбыҙ ҡайтыуын дауам итә

Бөгөн "Өфө" аэропортында Чаянда ятҡылығынан 200 вахтасыны ҡаршы алдылар.

Бөгөн "Өфө" аэропортында Чаянда ятҡылығынан 200 вахтасыны ҡаршы алдылар.
Ике рейстың һәр береһе 100-әр кешене алып ҡайтты. Килеп төшөү менән уларҙың тән температураһы үлсәнде, артабан махсус автобустарҙа обсерваторға юлландылар.
"Өфө" аэропортында рейстарҙы хеҙмәтләндергәндә тейешле хәүефһеҙлек саралары күрелгән. Хеҙмәткәрҙәр һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Пассажирҙарҙың багажы, һауа суднолары дезинфекциялана.
– Өфөлә тәүге партияны ҡабул иттек. Вахтасылар обсервация урынына юлланды. Һәр автобуста аҙыҡ-түлек, һыу бар. Барып етеү менән улар флюорография үтә, ниндәй ҙә булһа проблемалар асыҡланһа, ентеклерәк тикшереү ойошторола. Уларҙан анализ алалар, унынсы көндә - икенсе анализды. Беҙ сикләү сараларын аңлап ҡабул итеүҙе үтендек. Был уларҙың һаулығын һаҡлау һәм республика халҡының сәләмәтлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк, – тине республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов.
Фото: Рөстәм Ғайсин.
Читайте нас: