Бөгөн төндә “Өфө” аэропортында Төркиәнән Рәсәй граждандарын алып ҡайтҡан Анталья-Дондағы Ростов-Өфө рейсын ҡаршы алдылар.
Антальянан бөтәһе 160 Рәсәй гражданы ҡайтты, Өфөгә тиклем самолет Дондағы Ростовта таҡталыш яһаны, дәүләт сиге һәм таможня күҙәтеүен үтте.
Башҡортостандан бөтәһе 21 һәм башҡа төбәктәрҙән 72 пассажир ҡайтты. Шунда уҡ туристарҙың тән температураһы үлсәнде, Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән йылы аш һәм һалҡын эсемлектәр тәҡдим ителде.
Антальянан бөтәһе 160 Рәсәй гражданы ҡайтты, Өфөгә тиклем самолет Дондағы Ростовта таҡталыш яһаны, дәүләт сиге һәм таможня күҙәтеүен үтте. Башҡортостанда йәшәүселәр обсерваторияға ебәрелде, ә Татарстан, Удмурт республикалары, Силәбе, Ырымбур, Түбәнге Новгород өлкәләре, Пермь крайы халҡы автобустар менән тыуған яҡтарына оҙатылды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, коронавирус инфекцияһына бәйле, Рәсәй Хөкүмәте 27 марттан сит илдәргә осош яһаған бөтә авиарейстарҙы туҡтатты. Әле сит илдән туристарҙы алып ҡайтыу өсөн генә тәғәйенләнгән махсус рейстар ғына башҡарыла.