-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2020, 15:31

Асҡар Абдразаҡов бөтәһен дә «Еңеү көнө» йырын туған телдә башҡарырға саҡырҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, танылған опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һәммәһен дә миллиондарҙың яратҡан «Еңеү көнө» йырын (Давид Тухманов — Владимир Харитонов) туған телдә башҡарырға саҡырҙы.

9 майҙа pobeda-2020.ru йәки диктантпобеды.рф сайтына инеп, плеерҙы ҡабыҙырға, туған телеңде һайларға һәм йырҙы башҡарырға кәрәк. Йырлау өсөн туғандарҙы һәм яҡындарҙы, дуҫтарҙы саҡырырға мөмкин.
«Дуҫтар! Илебеҙҙең төп байрамы – Еңеү көнө яҡынлаша. Быйыл беҙ уның юбилейын билдәләйбеҙ. 75 йыл элек атай-олатайҙарыбыҙ, дөйөм дошманға ҡаршы берләшеп, фашист илбаҫарҙарын еңгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл байрамды, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ менән йыйылып, урамдарҙа һәм майҙандарҙа билдәләй алмайбыҙ, ләкин өйҙә ултырып та, геройҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алырға мөмкин. Әйҙәгеҙ, һәр кем уны үҙенең туған телендә башҡарһын!» — тип саҡырҙы Асҡар Абдразаҡов.
Башинформ.