Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2020, 14:00

“Еңеү көнө” тәүге тапҡыр сыуашса

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән ойошторолған “Беҙҙең Еңеү көнө” марафоны үтә. Бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы үткәрелгән акцияға Сыуаш Республикаһы ҡушылды.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән ойошторолған “Беҙҙең Еңеү көнө” марафоны үтә. Бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы үткәрелгән акцияға Сыуаш Республикаһы ҡушылды.
Проект сиктәрендә Волга буйы федераль округының 14 төбәге композитор Давид Тухмановтың Владимир Харитонов һүҙҙәренә яҙылған бөйөк “Еңеү көнө” йырын туған телдәрендә башҡара. Йыр тәүге тапҡыр 45 элек башҡарыла һәм бөйөк байрамдың гимнына әйләнгән дә инде.
Акция өсөн легендар йырҙы сыуаш теленә махсус Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ шағиры Юрий Семендер тәржемә иткән. Видеоролик “Победа” Мемориаль комплексында, Хәрби дан музейында һәм республика Халыҡ ижады үҙәгендә төшөрөлә. Ижади коллективтарҙың сығыштары февралдә һәм март башында – Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырылғайны. Һәм бөгөн, сикләтелгән шарттарҙа, яратҡан йырҙарының береһен төрлө телдәрҙә башҡарыу бигерәк тә күңелгә үтеп инерлек булып яңғырай.
"Бындай акцияға ҡушылыу Сыуаш Республикаһы өсөн оло хөрмәт. Беҙ Еңеүгә өлөш индергән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Был проект арҡылы ветерандарыбыҙға ҡаһарманлыҡтары, фиҙакәр хеҙмәте, Тыуған илгә булған һөйөүе өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”, - тине Сыуаш Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Николаев.
Һуғыш йылдарында Сыуашстандан фронтҡа республика халҡының бишенсе өлөшө – 208 кеше китә, шуларҙң яртыһы әйләнеп ҡайтмай. Тыл да фронтты кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә. Республикаға 28 завод, фабрика һәм цехтарҙың ҡорамалдары һәм хеҙмәт коллективтары эвакуациялана. 11 ҡеүәтле предприятие, үҙҙәренең ойоштороу структураһын һаҡлап, Сыуашстан өсөн яңы сәнәғәт берләшмәһе нигеҙе булды.
Козлов төҙөлөш һәм Шумерлин ағас эшкәртеү комбинаттары фронтҡа самолеттар, планерҙар оҙата. Канаш вагон ремонтлау һәм Алатырь паровоз ремонтлау заводтары ла тос өлөш индерә. Паровоз һәм тимер юлы вагондарын ремонтлауҙан тыш, артиллерия снарядтары, бронепоезд, бронетранспортерҙар етештерелә.
Ролик яҙмаһында Сыуаш дәүләт филармонияһы артисы Юрий Катков, опера һәм балет театры артистары Маргарита Финогентова һәм Иван Николаев, билдәле башҡарыусылар Алексей Московский һәм Ольга Пеганова, шулай уҡ “Соловушки” хоры, “Классика” йыр капеллаһы һәм “Живи и помни” халыҡ ансамбле ҡатнашты.
"Еңеү йыр эстафетаһы акцияла ҡатнашыусы командабыҙға һәләк булғандарҙы иҫкә алыу мөмкинлеге бирҙе. Рәхмәт, хөрмәтле ветерандар! Беҙ һәр ваҡыт һеҙгә тиңләшәбеҙ. Һеҙҙән өлгө алабыҙ. Һеҙҙең өсөн генә, ҡәҙерле өләсәй һәм олатайҙар, бөйөк йырҙы башҡарҙыҡ”, - тине видеоролик режиссеры Александра Васильева.
Акцияға Мордва, Мари Эл, Удмурт, Башҡортостан һәм Татарстан Республикалары, Һамар, Нижегородск, Һарытау, Ульянов, Пенза өлкәләре, Пермь крайы ҡушылды. Бөгөн Сыуаш Республикаһы эстафетаны Киров өлкәһенә тапшырасаҡ.
Республика һәм төбәктәрҙең ижади коллективтары йыры 25 апрелдән урындағы һәм федераль телеканалдар һәм радиостанцияларҙа эфирға сыға, социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хэштегы аҫтында күрергә була. Ә 9 майҙа – Еңеү көнөндә был йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Читайте нас: