Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2020, 14:00

"Еңеү көнө" йыры - Киров өлкәһендә

Бөгөн, 7 май көнө, Киров өлкәһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына ҡушылды.Владимир Харитонов һүҙҙәренә композитор Давид Тухманов ижад иткән “Еңеү көнө” йырын башҡарыу эстафетаһын Киров өлкәһендә йәшәүселәр яҡын күршеләренән – Сыуашстандан ҡабул ҡылды.

Бөгөн, 7 май көнө, Киров өлкәһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына ҡушылды.
Владимир Харитонов һүҙҙәренә композитор Давид Тухманов ижад иткән “Еңеү көнө” йырын башҡарыу эстафетаһын Киров өлкәһендә йәшәүселәр яҡын күршеләренән – Сыуашстандан ҡабул ҡылды.
Проект Вятка йылғаһы ярындағы “Мәңгелек ут” мемориалы янында тормошҡа ашырылған.
- Был акция төрлө жанрҙарҙа башҡарыусыларҙы берҙәм халыҡ коллективына тупланы, - ти Киров өлкәһенең мәҙәниәт министры Татьяна Мазур. - Иртәгә беҙ эстафетаны һуңғы ҡатнашыусыға – Ырымбур өлкәһенә тапшырасаҡбыҙ, ә 9 Майҙа иһә Рәсәй халҡы үлемһеҙ йырҙы бөтөн коллективтар башҡарыуында ишетә аласаҡ.
Бөйөк Еңеү гимнын йырлауҙа “Дивертисмент” үҙешмәкәр халыҡ вокаль ансамбленең 9 артисы - “Слобода” атҡаҙанған халыҡ ижады фольклор ансамбле коллективының етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирина Холманских, Вятка филармонияһының солисы Константин Юдичев, вокал сәнғәте буйынса Халыҡ-ара һәм Бөтөн Рәсәй конкурстары лауреаты, “Киров өлкәһенең Йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе Ирина Беляева һәм “Вятка” шаяндар һәм тапҡырҙар клубы уйынсылары ҡатнашҡан.
Видеороликта шулай уҡ Киров халҡының Бөйөк Ватан һуғышында ҡылған батырлыҡтары, Еңеүгә индергән өлөшө тураһында ла бәйән ителә.
Республика һәм төбәктәрҙең ижади коллективтары йыры 25 апрелдән урындағы һәм федераль телеканалдар һәм радиостанцияларҙа эфирға сыға, социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хэштегы аҫтында күрергә була. Ә 9 майҙа – Еңеү көнөндә был йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Читайте нас: