Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2020, 14:00

Ырымбурҙар эстафетаны тамамланы

Бөгөн, 8 майҙа, “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонын ырымбурҙар Киров өлкәһенән ҡабул итеп алды. Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың “Еңеү көнө” йыры тәүге тапҡыр 45 йыл элек Леонид Сметанников башҡарыуында яңғыраған ине.

Бөгөн, 8 майҙа, “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонын ырымбурҙар Киров өлкәһенән ҡабул итеп алды. Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың “Еңеү көнө” йыры тәүге тапҡыр 45 йыл элек Леонид Сметанников башҡарыуында яңғыраған ине.
Бөйөк байрам алдынан Волга буйы халҡы билдәле йырҙы Ырымбур дәүләт академик рус халыҡ хоры башҡарыуында ишетесәк. Был сығыш Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты ойошторған “Беҙҙең Еңеү көнө” марафонында һуңғыһы буласаҡ. 14 төбәктең билдәле ижади коллективтары ике аҙна дауамында эстафетаны бер-береһенә тапшырып, бөйөк әҫәрҙе башҡарҙы. Волга буйы федераль округы халыҡтарының туған телдәрендә башҡарылған йыр ырымбурҙарға ла аңлайышлыбулды. Йыр марафонына 25 апрелдә Мордва Республикаһында старт бирелгәйне.
Ырымбур ере Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Фронтта 411 мең ырымбур һуғыша. 187 меңе мәңгелеккә һуғыш яланында ятып ҡала. 45 яугир - Дан орденының тулы кавалеры, 235-е Советтар Союз Геройы исеменә лайыҡ була. 65-е “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
Рымбур өлкәһенә 90 предприятие эвакуациялана. Өлкә фронт өсөн 1 595 самолет етештерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 240 мең эвакуацияланған өсөн тыуған йорт була. Дүрт йыл эсендә ҡала госпиталдәрендә 28 095 яралы һәм ауырыу дауаланып сыға. 124 миллион бот бойҙай, 6,2 миллион бот ит һәм ауыл хужалығы продукцияһы ебәрә.
Ойоштороусыларҙың изге уйы тормошҡа ашты. Йыр бер нисә көн сәйәхәт итеү дауамында миллионлаған кешене берләштерҙе, рух көслөгөнә һәм бөйөклөгөнә ышандырҙы.
Ижади коллективтарҙың сығыштары февралдә һәм март башында – Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырылғайны. Һәм бөгөн, сикләтелгән шарттарҙа, яратҡан йырҙарының береһен төрлө телдәрҙә башҡарыу бигерәк тә күңелгә үтеп инерлек булып яңғырай.
Республика һәм өлкәләрҙең ижади коллективтарының йыры төбәк телеканалдарында ла яңғыраны. Акцияла Мордва, Мари Эл, Удмурт, Сыуаш, Башҡортостан и Татарстан республикалары, Пермь крайы, Һамар, Нижегородск, Һарытау, Ульянов, Пенза һәм Киров өлкәләре сығыш яһаны. Ә 9 Май – Еңеү көнөндә легендар йыр эстафетала ҡатнашыусы музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғырай.
Ырымбурҙар яратҡан йырҙары роликтарын урындағы һәм федераль телеканалдар һәм радиостанциялар аша, социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хэштегы аҫтында ҡараны.
Читайте нас: