Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2020, 03:50

Берҙәм дәүләт имтихандары үтерме?

Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Смолин коронавирус пандемияһы сәбәпле Берҙәм дәүләт имтиханын быйылға үткәрмәҫкә тәҡдим иткән, тип хәбәр итә “Интерфакс”.

Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Смолин коронавирус пандемияһы сәбәпле Берҙәм дәүләт имтиханын быйылға үткәрмәҫкә тәҡдим иткән, тип хәбәр итә “Интерфакс”.
Депутат әйтеүенсә, барлыҡ уҡыусыларҙың да техник йәһәттән тәьмин ителеш буйынса бер иш мөмкинлектәргә эйә булмауы БДИ-ны бирә алмаусылар һанын арттырыуы ихтимал. “Хатта ҡайһы бер ҡала уҡыусыларының да компьютеры юҡ”, - тигән ул.
Смолин юғары уҡыу йорттарына инеүҙе ағымдағы өлгәшкә һәм уҡыуҙан тыш ҡаҙаныштарға ҡарап ойошторорға тәҡдим итә. Ул шулай уҡ онлайн режимда телдән өҫтәмә һынау үткәреү яҡлы.
Быға тиклем Дәүләт Думаһы депутаты Любовь Духанина ла быйылға БДИ үткәрмәү тәҡдиме менән сыҡҡайны.
Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов әлегә был хаҡта һүҙ алып барыу, Берҙәм дәүләт имтихандарының теүәл датаһын билдәләү иртәрәк, тип белдерҙе.
“Әлегә имтихандарҙы 8 июндә башларға иҫәп тотабыҙ. Әммә байрам көндәренән, йәғни 12 майҙан һуң был мәсьәлә яңынан ҡаралыр, моғайын. Барыһы ла коронавирусҡа ҡағылышлы хәл-торошҡа бәйле. Нисек кенә булмаһын, беҙ тәү сиратта уҡыусыларҙың һаулығы тураһында уйларға тейешбеҙ”, - тине министр.
Шул уҡ ваҡытта имтихандарҙы тағы ла һуңғараҡ мәлгә – авгусҡа күсереү ихтималлығы ла бар. Был осраҡта киләһе уҡыу йылы бер ай һуңыраҡ – 1 октябрҙән башланасаҡ.
Быға тиклем министр IX класс уҡыусылары өсөн имтихандарҙың бөтөнләй булмау ихтималлығы тураһында ла белдергәйне.
Фото: riafan.ru
Читайте нас: